Яҙ-шәхси ихаталарҙа ғына түгел, йәмәғәт урындарында ла тәртип булдырыу миҙгеле. Тап ошо маҡсатта беҙҙең районда экология өмәләре иғлан ителде лә инде. Ҡалала һәм ауылдарҙа предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре территорияларҙы төҙөкләндереүҙе дауам итә. Мәктәп уҡыусылары уҡытыусылары менән бергәләп өмәләргә ихлас сыға. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҙә дөйөм эштән ситтә ҡалмай.
Ҡаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһенең Хөсәйен ауылы халҡы ла был идеяны күтәреп алды һәм урындағы мәктәп уҡыусылары (уҡытыусылары Альфира Әсхәт ҡыҙы Фазылова) менән бергәләп өмәгә сыҡты.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зәлифә Ҡорбанғәлиева, Таңилә Кәлимуллина, Гөлсинә Мәрҙәнова, Таңһылыу Гилдина, Гөлсәсәк Сәһәрйәрова, студенттар Руслан һәм Владик Вәлиәхмәтовтар, шулай уҡ Резеда Күсәрбаева, Әлиә Вилданова, Светлана Гилдина социаль-мәҙәни үҙәк мәктәп территорияһын тәртипкә килтерҙе, ҡороған үлән, сүп-сарҙы тырматты, йыйыштырҙы.
Пенсионерҙар Дамир Кәлимуллин, Рита Күсәрбаева, Рафаэль Ҡотлогилдин да йәштәрҙән һис ҡалышмай эшләне.
Йыйылған сүп-сарҙы тейәп, махсус урынға илтеп түктеләр. Транспорт менән ауыл старостаһы Тимерғәзим Күсәрбаев тәьмин итте. Был изге эштең башлағысында ла тап ул тора.
Күмәк кеше ҡатнашлығында ошондай өмәләр берләштерә, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.