+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Апрель 2019, 11:26

Күңелле аҙналыҡ

Беҙҙең Ҡыҙрас ауыл китапханаһында йыл да “Балалар китабы аҙналығы” уҙғарыла.

Беҙҙең Ҡыҙрас ауыл китапханаһында йыл да “Балалар китабы аҙналығы” уҙғарыла. Быйыл ул республикабыҙҙың 100 йыллығына, Театр йылына һәм шағир Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналды. Шагаев Алмаз (1-се класс), Дәүләтбаева Света, Миңлебаев Илмир, Ғәскаров Рөстәм, Минеғәлина Лилиә (3-сө класс), Гәрәев Илнар (4-се класс), Мөхәмәтғәлина Айһылыу, Гәрәева Рената, Ғиззәтуллина Алина (5-се класс) республикаға арнап һүрәттәр төшөрҙө, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, иншалар яҙҙы.
Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡыныҡ, яттан һөйләнек. Театр йылына арнап, “Шалҡан” әкиәтен сәхнәләштерҙек. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ.
Читайте нас: