+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2019, 18:39

Эҙәрмәндәр отрядтарының республика слеты

13 апрелдә, үткән шәмбе, Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы алдынан 3-сө башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтарының төбәк слеты үтте. Тантаналы сараға Өфө ҡалаһы һәм районынан, Мәләүез ҡалаһынан һәм Дәүләкән ҡалаһынан «Йондоҙ», «Ваурсы», «Факел» эҙәрмәндәр отрядтары вәкилдәре ҡатнашты.

13 апрелдә, үткән шәмбе, Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы алдынан 3-сө башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтарының төбәк слеты үтте. Тантаналы сараға Өфө ҡалаһы һәм районынан, Мәләүез ҡалаһынан һәм Дәүләкән ҡалаһынан «Йондоҙ», «Ваурсы», «Факел» эҙәрмәндәр отрядтары вәкилдәре ҡатнашты.
4 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин Мәскәүҙә «Хәтер Вахтаһы - 2019»акцияһын асыуға тантаналы старт бирҙе. Эҙәрмәндәр отрядтарының республика слеты тап Дәүләкәндә – республиканың эҙләнеү-патриотик тәрбиәләү үҙәктәренең береһендә үтеүен билдәләп китергә кәрәк.
Слетты асыу мәктәп ихатаһында тантаналы линейканан башланды. Сәләмләү һүҙҙәре менән йыйылыусыларға «Ваурсы» эҙәрмәндәр-патриотик клубында ҡатнашыусылар һәм уның алыштырғыһыҙ етәксеһе Р.Ю. Шафиғуллина мөрәжәғәт итте. Йола буйынса, мәктәп территорияһындағы һәйкәлгә сәскәләр һалынды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған гимназия сығарылыусыларын һәм уҡытыусыларын бер минут тын тороп иҫкә алдылар.
Артабан ҡунаҡтарға һәм ҡатнашыусыларға Римма Юныс ҡыҙы гимназияның даны һәм визит карточкаһы булған, килеүселәрҙе бер ваҡытта ла битараф ҡалдырмаған мәктәп музейына экскурсия үткәрҙе. Унда «Ваурсы» отрядында ҡатнашыусылар тарафынан табылған, һуғыш ваҡытында беҙҙең ҡалала урынлашҡан Хәрби-авиация училищеһы разведчиктарының күп һандағы экспонаттарының ҙур архивы урынлаштырылған.
Слет барышында «Ваурсы» эҙәрмәндәр-патриотик клубы ағзаларының һәм уның етәксеһе Р.Ю. Шафиғуллинаның күп йыллыҡ берҙәм эҙләнеү эштәренең һөҙөмтәһе булған «Аэрофоторазразведчиктар. Еңеү йылъяҙмаһы» китабы презентацияланды.
Хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов «Ваурсы» клубының йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереүен юғары баһаланы һәм Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов исеменән Римма Юныс ҡыҙына рәхмәт хаты тапшырҙы.
Слет эшендә Башҡортостан Республикаһында «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй йәмғиәте хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе В.С. Волков ҡатнашты. Владимир Сергеевич «Ваурсы» эҙәрмәндәр-патриотик клубының күп йыллыҡ һәм планлы алып барылған эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы, уның ағзаларына яңы асыштар, табыштар, еңеүҙәр теләне.
Шулай уҡ, отрядтарҙы презентациялау, уларҙың эше тураһында фильм ҡарау, тарихи викториналар, командирҙарҙың әңгәмәләшеүҙәре ойошторолдо. Слет эше тулы, йөкмәткеле кимәлдә үтте. Республика эҙәрмәндәр отрядтары оҙаҡламай «Хәтер Вахтаһы - 2019»ҙа ҡатнашыу өсөн һуғыш булып үткән ерҙәргә йүнәләсәк.
Читайте нас: