+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2019, 17:44

Хыялдар тормошҡа ашты

“Асылыкүл”-“Балҡантау” гәзите журналистарының эш көнө, ҡағиҙә булараҡ, “планерка”нан башлана. Һәм шулай 89 йылдан ашыу дауам итә!

“Асылыкүл”-“Балҡантау” гәзите журналистарының эш көнө, ҡағиҙә булараҡ, “планерка”нан башлана. Һәм шулай 89 йылдан ашыу дауам итә! Гәзиттең исеме, форматы, сығыу графигы үҙгәрә, мөхәррирҙәр, хеҙмәткәрҙәр алмашына, бары гәзиттең йөкмәткеһе генә үҙгәрмәй – ул ҡала һәм район халҡына кәрәкле мәғлүмәтте еткерә, илдәге, республикалағы үҙгәрештәр менән таныштыра.
- Редакцияла эшләү минең тормошома яңы һулыш индерҙе, - тип һөйләй Дәүләкән мәғлүмәт үҙәге мөхәррире Ишбулат Йомабай улы Аҡҡолов. – Гәзит эшенең үҙенсәлектәренә төшөнөүҙән тыш, полиграфия эшмәкәрлеген дә алып барырға тура килде. Бер үк ваҡытта типография директоры вазифаһын да миңә йөкмәттеләр.Мин тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләгән коллективҡа килдем, ветерандар менән бер рәттән йәштәр ҙә етерлек ине.
Журналист һәр саҡ эҙләнергә, камиллашырға тейеш. Ишбулат Йомабай улы ла тап шулай булды. Квалификацияны күтәреү курстарында уҡып, “Журналист” тигән исем аҫтында сыҡҡан махсус баҫмала донъя күргән мәҡәләләрҙе даими уҡып барып, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашып, журналистика серҙәренә төшөнә, “районка”ның тиражын һаҡлап ҡалыуға өлгәшә.
Һәр журналист, тәржемәсе, версткалаусы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр компьютерҙа эшләй, заманса һанлы фотоаппараттар киң мөмкинлектәр бирҙе. Коллектив һәр саҡ заман менән бер аҙымдан атланы, яңынан-яңы технологияларҙы үҙләштерә барҙы, гәзиткә яңылыҡтар индерҙе.
Конкурстарҙа ҡатнашып, коллектив бүләкләүҙәргә лайыҡ булды, айырым хеҙмәткәрҙәр дипломдар һәм грамоталар алды. 2018 йыл беҙҙең өсөн айырыуса емешле булыуы менән иҫтәлекле.
Ағымдағы йылдың ғинуарында И.Й. Аҡҡолов үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Әүҙем, маҡсатына ынтылыусан кеше был йылдар эсендә күп нимәгә өлгәшкән.
Мәғариф өлкәһендә эшләгән йылдарҙа уның етәкселеге аҫтында уҡыу процесының һөҙөмтәлелегенә һәм үҫешенә йүнәлтелгән инновациялар индерелде. Ул уҡытҡан фән буйынса уҡыусылар һәр саҡ юғары һөҙөмтәләр күрһәтте.
Коллегабыҙ И.Й. Аҡҡоловҡа ғорурланырлыҡ урын бар. Һәр алынған награда – һөнәри эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт билдәһе. Бынан тыш, ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исемен йөрөтә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы Почет грамоталары менән наградланған.
2007 йылдың июлендә иһә Ишбулат Йомабай улы Аҡҡолов баш мөхәррир вазифаһына тәғәйенләнде.
Яңы етәксе килгәс тә коллектив алдында торған маҡсаттар һәм бурыстар үҙгәрешһеҙ ҡалды: район гәзитенең һәр һаны уҡыусыларға тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт килтерһен өсөн энтузиазм менән эшләргә, үҙ бурыстарыңды тейешенсә үтәргә. Гәзитте төрлө йәштәге кешеләр уҡығанын, ҡыҙыҡһыныуҙарының төрлөлөгөн, шөғөлдәрен иҫәпкә алып, уларҙың зауығына тап килерҙәй мәҡәләләр яҙыу журналистарҙың төп бурысы булды һәм булып ҡала.
Гәзит, элеккесә, әңгәмәләшеү майҙансығы бурысын үтәүҙән туҡтамай. “Районка” биттәрендә уҡыусылар үҙҙәренең шатлыҡ-ҡайғылары менән уртаҡлаша, уй-фекерен белдерә, төрлө темаға хаттар яҙа. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәки урындағы үҙидараның эше, иҡтисадтағы үҙгәрештәр йәки социаль мәсьәләләр булһынмы, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү йә иһә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелһенме – бөтә ерҙә “районка” мөһим роль уйнай, уның журналистары, уҡыусылары ваҡиғалар уртаһында ҡайнай.
Баш мөхәррирҙең тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте билдәләнмәйенсә ҡалмай. 2012 йылда И.Й. Аҡҡоловҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырыла. Ошондай юғары награда алыу уны яңы бейеклектәргә рухландыра, көс-дәрт, илһам өҫтәй. Ул үҙенең дөрөҫ юлдан барыуын аңлай.
Гәзиттең һәр һаны – ҙур булмаған коллективтың фиҙакәр хеҙмәте. Хеҙмәткәрҙәр подписчиктарын йәмғиәттең үҫешенең һәр күҙәнәнге менән таныштырып тора, ҡыҙыҡлы факттар эҙләй һәм уларҙы уҡыусыларға даими рәүештә еткереп бара.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ: “Һай, афариндар!” тип беҙҙең мәҡәләләрҙе ихлас уҡый икән, күңелдәргә йылылыҡ тула. Ошондай һүҙҙәрҙән һуң тағы да тырышыбыраҡ, дәртләнеберәк эшләй башлайһың.
Редакция архивында 1953 йылдан башлап район гәзит төпләмәләре һаҡлана. Кәштәләрҙә теҙелеп киткән 60-тан ашыу том – редакция коллективының төрлө йылдарҙағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе.
Ишбулат Йомабай улы Аҡҡоловтың да 12 йыл дауамындағы эшмәкәрлеге гәзит тарихына уйып яҙылған.
Читайте нас: