+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2019, 18:55

Ни сәсһәң, шуны урырһың

Яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәте игенселәренең бөгөн хәстәрлеге бер – яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа агротехник ваҡытта башҡарып сығырға. Хужалыҡта яҙғы баҫыу эштәренә ентекле әҙерләнгәндәр, көндәр йылыныу менән механизаторҙар ҡырға сыҡты.

Яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәте игенселәренең бөгөн хәстәрлеге бер – яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа агротехник ваҡытта башҡарып сығырға. Хужалыҡта яҙғы баҫыу эштәренә ентекле әҙерләнгәндәр, көндәр йылыныу менән механизаторҙар ҡырға сыҡты.
- Һуңғы ике-өс йылда хужалыҡтың машина-трактор паркы яңыртылды һәм үҙебеҙҙең илдә етештерелгән юғары етештереүсәнле техника менән тулыланды. Был хеҙмәт һөҙөмтәһендә туранан-тура сағыласаҡ.
Яуаплылығы сикләнгән “Восход” йәмғиәте орлоҡсолоҡ хужалығы булараҡ бөртөклө һәм техник культуралар орлоҡтарын етештереүгә һәм һатыуға сертификат алды һәм ул Россельхозцентр реестрына индерелде. Быйыл иһә Башҡортостан Республикаһының Орлоҡсолоҡ хужалығы ассоциацияһына индек. Беҙҙә етештерелгән орлоҡ районда ғына түгел, республикала ла һорау менән файҙалана. Быйылғы баҫыу эштәрен башҡарыуға хужалыҡтарға 3500 центнер юғары класлы районлаштырылған сорттар һатылды, - ти йәмғиәт директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне В.В. Остапенко.
Эш планына ярашлы, хужалыҡта 2200 гектарҙа бөртөклө, ярма культуралары, техник культуралар сәсеү планлаштырыла. Баҫыуҙарҙа эште тәжрибәле белгестәр: инженер Игорь Кривдюк, инженер-механик Дмитрий Прокопов, агроном – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне Анатолий Дон ойоштора.
Механизаторҙар Дмитрий Гудзовский менән Юрий Стручков сит ил сәсеү комплексының эше һәм сифат өсөн яуап бирә. Тәжрибәле игенселәр үҙ бурысын яҡшы белә, шуға сәсеүҙең тейешле кимәлдә үтәсәгенә шик юҡ.
Водителдәр Юрий Пенеров, Валерий һәм Станислав Полежаевтар агрегаттарға орлоҡ һәм минераль ашламалар ташый. Сәсеү комплексы начальнигы Сергей Трегубов складтарҙағы тәртип өсөн яуаплы. Уның етәкселегендә операторҙар Радик Сәрүәров һәм Вячеслав Кожакин бөртөклө иген культураларын ағыуланы.
Ҡыр эшсәндәре бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә. Ашнаҡсы Лидия Абдрахманова әҙерләгән тәмле һәм туҡлыҡлы аҙыҡты Вячеслав Петров баҫыуға илтә. Бынан тыш ул яғыулыҡ-майлау материалдарын да ваҡытында ташып тора.
Яҙғы баҫыу эштәренең тәүге этабы үткәрелгән – күптән түгел һатып алынған “Туман 2М” комплексы ярҙамында механизатор Андрей Овсюк ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашламалар менән туҡландырған. Сергей Стручков дым ҡаплатыуҙа уңышлы эшләгән.
- Тупраҡ йылыныу менән бөртөклө культураларҙы сәсеүгә тотонасаҡбыҙ. Игенселәр эшкә әҙер. Был көндәрҙең ни тиклем мөһим икәнлеген барыһы ла яҡшы аңлай. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип белмәй әйтмәгән халыҡ, - тине әңгәмә һуңында баш агроном А.А. Дон.
Читайте нас: