+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Апрель 2019, 18:48

Торлаҡ төҙөү өсөн сертификат тапшырыласаҡ

Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сараларҙа ҡатнашыу өсөн ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың, йәш белгестәрҙең һәм йәш ғаиләләрҙең исемлеге раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сараларҙа ҡатнашыу өсөн ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың, йәш белгестәрҙең һәм йәш ғаиләләрҙең исемлеге раҫланған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был саралар «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын үҫтереү» дәүләт программаһының «Башҡортостан Республикаһында ауылдарҙы тотороҡло үҫтереү» подпрограммаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә БР Ауыл хужалығы министрлығы муниципаль район хакимиәттәренә ауыл ерендә торлаҡ төҙөүгә йәки алыуға социаль түләүҙәр тураһында таныҡлыҡтар бирә башланы.
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенән хәбәр итеүенсә, беҙҙең районға ла ике таныҡлыҡ бирелде.
5 апрелдә Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов был ғаиләләргә сертификат тапшырҙы һәм уларҙы тормоштарындағы ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы.
“Йәш ғаилә” категорияһында сертификатты Поляковка ауыл Советы ауыл биләмәһендә йәшәүсе Фәхретдиновтар ғаиләһе алды. Йорт хужаһы агросәнәғәт комплексы өлкәһе хеҙмәткәре, яуаплылығы сикләнгән “Дружба” йәмғиәтендә тракторсы-машинист булып эшләй.
Алға ауыл Советы ауыл биләмәһенән Романовка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ф.М. Аушеваға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат бирелде. Аушевтар ғаиләһе уны торлаҡ алыуға тотонорға планлаштыра.
Читайте нас: