+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель 2019, 11:28

Бөйөк Еңеүҙе данлап

Район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында хәрби-патриотик йыр башҡарыусылар араһында “Бөйөк Еңеүҙе данлап” тип исемләнгән район конкурсы үтте

Район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында хәрби-патриотик йыр башҡарыусылар араһында “Бөйөк Еңеүҙе данлап” тип исемләнгән район конкурсы үтте
Ул йыл һайын халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүен билдәләр алдынан үткәрелә. Сараны Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт һәм мәғариф идаралыҡтары ойошторҙо.
Конкурстың маҡсаты – үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тойғолары, Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә хөрмәт тәрбиәләү, үҙешмәкәр коллективтарҙың эшен әүҙемләштереү һәм үҫтереү.
Конкурста яңғыҙ башҡарыусылар, автор-башҡарыусылар, вокаль ансамблдәр, район Мәҙәниәт йортоноң, ауыл мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр коллективтары, ҡала һәм район мәктәптәре вәкилдәре сығыш яһаны.
Иң яҡшы башҡарыусылар һәм коллективтар почет грамоталары менән наградланды. 9 майҙа үҙәк майҙанда Бөйөк Еңеү хөрмәтенә концертта ошо конкурста һайлап алынған һәүәҫкәр артистар сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас: