0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Апрель 2019, 11:24

Күңеле менән крәҫтиән

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Екатерина Павловна Белогурова 23 апрелдә 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Екатерина Павловна Белогурова 23 апрелдә 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй
Уның ата-әсәһе XIX быуат аҙағында Өйҙөрәк йылғаһы буйындағы иркен ергә күсеп ултырған. Екатерина Павловнаның атаһы алтын ҡуллы балта оҫтаһы булараҡ тирә-яҡта дан ҡаҙана. Әсәһе Пелагея Ивановна ла бик уңған, эш һөйөүсән хужабикә була. Ғаиләләре ишле булыуға ҡарамаҫтан, етеш йәшәйҙәр, уларҙың татыулығына һоҡланып туя алмайҙар.
Үткән быуаттың утыҙынсы йылдары башында Александровка ауылында колхозға ойошоу башлана. 1929 йылда Кузнецовтар ғаиләһендә ҡыҙҙары Екатерина тыуа. Әйтергә кәрәк, ошо уҡ йылда ауылдаштары Белогуровтар ғаиләһендә Иван тигән малай донъяға килә.
Бәхетле тормош оҙаҡ дауам итмәй. Пелагея Ивановна йәшләй генә үлеп китә. Павел Ефимович яңғыҙы алты бала менән тол ҡала.
Ҡыҙҙың бала сағы бик ауыр үтә. Күп юғалтыуҙар кисерә. Һуғыш алдынан аслыҡ янай, Александровка баҫыуҙарында ике йыл рәттән ҡоролоҡ була. Кузнецовтар һәм Белогуровтар ғаиләләре, йорттарын бикләп, иҫән ҡалыр өсөн Силәбе өлкәһенә ялланып эшкә китергә мәжбүр булалар. Яңы урынға бер нисә көн тауар поезында баралар. Яҙҙан көҙгә тиклем урманда үҫкән емештәр менән туҡланалар.
Иван менән Екатерина бәләкәйҙән үк бергә үҫә. Һуғыш башланғас, Павел Ефремович фронтҡа повестка ала. Китер алдынан, балаларын сит ерҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн хәрби комиссариаттан рөхсәт һорап, уларҙы Александровкаға ҡайтара. Белогуровтар ҙа улар менән кире ҡайта.
Екатеринаның атаһы утлы яу юлдарын үтә. Павел Ефремович элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Курск алышында ҡатнаша. Будапештҡа тиклем барып етә, күп хәрби наградаларға эйә була.
Үҫмерҙәр иһә 1941 йылда уҡ колхоз баҫыуына эшкә баралар. Фронтты икмәк менән тәьмин итеп, үҙҙәре аслы-туҡлы ҡалалар. Яҙ еткәс баҫыуға сығып, ҡар аҫтында ҡалған башаҡтарҙы йыйып, похлебка бешерәләр. Йәй көнө билсән, ат ҡуҙғалағы йыялар, балыҡ тоталар. Өҫтәлдә икмәк ҙур байрамдарҙа ғына була.
Һуғыштың тәүге йылында Екатерина тиф менән ауырый. Ниндәйҙер мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Ә йәйге көндәрҙең береһендә балсыҡҡа барғанда ер ишелеп, тупраҡ аҫтында күмелеп ҡала. Был юлы ла 11 йәшлек ҡыҙҙы фәрештәләре әжәлдән һаҡлай.
Иван менән Екатеринаның бала саҡ дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Ауылда улар иң күҙгә ташланған пар булалар: Екатерина-оҫта йырсы, бейеүсе, ә Иван-балалайкала яҡшы уйнай. 1952 йылда йәштәр өйләнешәләр, йорт һала башлайҙар. Егеттең бәләкәй генә йорттарында ун ике кеше йәшәгәнлектән, йәштәргә урын булмай.
Яңы йорт матур, күркәм килеп сыға, ихаталары иркен. Бөгөн дә ул ауылдағы иң матур йорттарҙың береһе.
Әсә балаларының ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ғаилә башлығы Иван Григорьевич ҡырҡ йыл водитель булып эшләй, өлгәшкән уңыштары өсөн Хөкүмәт наградаларына лайыҡ, хеҙмәт ветераны. 2000 йылда ул вафат була. Бына егерме йыл дауамында инәй хужалыҡты бер үҙе алып бара. Ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә.
Ветеран баҫыуҙа ла, малсылыҡта ла тир түгә. Бөтә ерҙә намыҫлы эшләй, күмәк хужалыҡҡа 40 йыл ғүмерен бирә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Хөкүмәт наградаларына лайыҡ булған, хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә.
Бөгөн Белогуровтар ғаиләһендә ҙур юбилей. Улдары Вячеслав, Николай, Виктор һәм ҡыҙы Надежда ҡәҙерле кешеләрен ҡотлай. Һигеҙ ейәне, бүлә-бүләсәләре өләсәләренә изге теләктәрен еткерәсәк. Һәр ваҡыттағыса, ихаталағы ағас төбөндә ҙур табын ҡороласаҡ.
Өйҙөрәк йылғаһы буйына матур йырҙар ағыласаҡ. Екатерина Павловна 90 йәшендә лә мәрхәмәтле, ҡунаҡсыл, алсаҡ хужабикә булып ҡала. Уны ауылдаштары шундай итеп белә.
Читайте нас: