+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2019, 11:31

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Республика буйынса барған өмәләрҙә Алға ауылы биләмәһе лә ситтә ҡалманы.

Республика буйынса барған өмәләрҙә Алға ауылы биләмәһе лә ситтә ҡалманы. Ауылдың әүҙем кешеләре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл биләмәһе башлығы Салауат Минефәрит улы етәкселегендә тирә-яҡ территорияны йыйыштырҙы. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тоҡтарға тултырылды. Өлкән ағайҙар Урал Арыҫланов, Рәис һәм Зәки Мөхәррәмовтар, Тимербулат Ҡаһарманов, Миҙхәт Зарипов, Минсабир Ғайсин йәштәр менән бер тиң эшләне. Өмәнән һуң тирә-яҡ тағы матурланып, йәмләнеп киткәндәй булды. Ауылдаштарымдың барыһына ла рәхмәтемде белдерәм.
Читайте нас: