0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2019, 12:19

Һанлы телевидение –заман талабы

Башҡортостан халҡы 20 дөйөм федераль телеканалын юғары сифатта һәм бушлай ҡарай ала.

Башҡортостан халҡы 20 дөйөм федераль телеканалын юғары сифатта һәм бушлай ҡарай ала. Кемдә кабелле, спутник һәм IP-TV, ҡурҡырға түгел. Был тышҡы йәки бүлмә антеннаһы ярҙамында телесигнал ҡабул иткән кешеләргә ҡағыла.
3 июндән Мәскәүҙән аналог форматтағы федераль телеканал программаһы бөгөнгө кеүек күрһәтмәйәсәк. Мәҫәлән, «Россия» йәки НТВ каналы урынына ҡара экран булырға мөмкин. Шуның өсөн әле үк һанлы телевидениеға күсеү тураһында ҡайғыртырға кәрәк.
Әгәр беренсе каналдың үрге мөйөшөндә «А» хәрефе торһа, тимәк: һеҙ, һанлы сигналдарҙы ҡабул итеү режимына күсерелмәгән яңы телевизор менән ҡулланаһығыҙ, бары телевизорҙы көйләргә кәрәк, йәки һеҙҙә башҡаларҙыҡы кеүек үк телевизор, тик уға һанлы приставка ҡуйырға кәрәк.
Ике категория граждандар-балаларына пособие алған аҙ тәьмин ителгән һәм пенсияларына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙар быйыл алынған приставка өсөн компенсация юллай ала. Бының өсөн Күп функциялы үҙәккә йәки халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кем башҡорт телевидениеһы программаһын ҡарарға ярата, һанлы приставканы тоташтырғанда БЮТ каналһыҙ ҡалмай. Антеннаның разветвителе тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Шул саҡта федераль телеканалдар приставка аша күрһәтелә, ә БЮТ каналы телеантенна аша туранан-тура тапшырыла.
Һанлы телевизион тапшырыуҙар хеҙмәте, телевизион ҡабул итеү һәм ҡорамалдарҙы көйләү тураһында мәғлүмәтте Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре (РТРС) аша 8-800-220-20-02 номеры буйынса белергә мөмкин (шылтыратыу бушлай, ялһыҙ, тәүлек әйләнәһенә), айырым категория граждандарға дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса белешеү өсөн – 8-800-347-00-55.
Дәүләкән районы буйынса РТРС сайтындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡайһы бер ауылдар халҡы һанлы телевидение күрһәтеү зонаһынан ситтә ҡалған. Әммә улар кабель йәки спутник телевидениеһы ярҙамында проблемаларын үҙ аллы хәл иткән.
Һанлы приставкалар етештереүселәр һәм федераль каналдарҙа социаль реклама тәҡдим итеү менән шөғөлләнеүселәр приставканы монтажлауҙы һәм көйләүҙе ярайһы ентекле тасуирлай, шулай булғас, халыҡтың әллә ни ҙур проблемалары барлыҡҡа килергә тейеш түгел.
Льготалы категория граждандарға һанлы телевидение сигналдарын ҡабул итеү өсөн приставка ҡуйыу менән Дәүләкән районы муниципаль районының Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә ярҙам үҙәге ҡарамағаныда эшләп килгән ирекмәндәр отряды шөғөлләнә. Ирекмәндәр үҙәге 14 һанлы телевидение приставкаһы ҡуйған һәм ошо йүнәлештә эште дауам итә. Ғаилгә, балаларға, йәштәргә ярҙам итеү үҙәге телефоны – 3-06-75.
Читайте нас: