+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2019, 12:43

Беҙҙең дөйөм эш

Яҙ үҙенең ҡояшлы көндәре менән шатландыра. Ҡояш нурҙары аҫтында тәбиғәт уяна, бер үк ваҡытта ҡар аҫтында ҡышлаған сүп-сар, ҡороған япраҡтар, ҡарағура асыла.

Яҙ үҙенең ҡояшлы көндәре менән шатландыра. Ҡояш нурҙары аҫтында тәбиғәт уяна, бер үк ваҡытта ҡар аҫтында ҡышлаған сүп-сар, ҡороған япраҡтар, ҡарағура асыла.
3-сө башҡорт-гимназия интернаты уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла ҡулдарына һепертке, тырма алып, тирә-яҡты тәртипкә һалыр өсөн яҙғы эштәргә сыҡты. Тырышып һәм берҙәм эшләнеләр: кипкән япраҡтарҙы тырматтылар, сүп-сарҙы йыйҙылар, бордюрҙарҙы аҡланылар, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы һеперҙеләр. Шулай итеп, дөйөм тырышлыҡ менән мәктәп территорияһын матурланылыр, ул йәмләнеп китте, ә мәктәп коллективы һәм уҡыусылары уғата яҡынайҙы.
Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – ҡаланы сүп-сарҙан, кипкән үләндән һәм башҡа ҡалдыҡтарҙан таҙартыу. Таҙартыу ғына түгел, киләсәктә лә урамдар шулай тәртиптә торор тип ышанаһы килә.
Ҡалабыҙҙы бергәләп матурлайыҡ һәм төҙөкләндерәйек!
Читайте нас: