+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель 2019, 12:50

Беҙ – таҙалыҡ өсөн

Апрель айында үткәрелгән өмәләргә күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр генә түгел, идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре лә сыҡты.

Апрель айында үткәрелгән өмәләргә күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр генә түгел, идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре лә сыҡты.
«Строймастер» йәмғиәте эшселәре ҡулдарына һепертке, тырма һәм башҡа ҡоралдар алып, йорттарҙың тирә-яғын, кипкән япраҡтарҙы йыйҙы, ҡороған ҡыуаҡ-ағастарҙы ҡырҡты, эскәмйәләр урынлаштырҙы.
Берлектәге эш һөҙөмтәһендә кампания хеҙмәткәрҙәренә балалар ғына түгел, ә пенсионерҙар, күп фатирлы йортта йәшәгәндәр рәхмәт һүҙҙәре әйтә. Әгәр кәрәк булһа, ҡыш буйына йыйылған сүп-сарҙы компания үҙ транспорты менән сүп түгеү урынына илтә.
- Оҙайлы ҡыштан һуң яратҡан ҡалабыҙҙы матурландыраһы, йәшәртәһе һәм килә. Бөгөнгө көндә беҙ Ленин, Эшселәр, Тыныслыҡ һәм башҡа урамдар территорияларын төҙөкләндерәбеҙ. Шулай уҡ ағатар ултыртырға планлаштырабыҙ. Уртаҡ тырышлыҡ менән беҙ был бурысты үтәйбеҙ һәм май байрамдарын матур ҡалала ҡаршы алабыҙ!- ти компания управляющийы М.Н. Зиятов.
Читайте нас: