Райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәре тап шулай ти, «Тарих биттәре» тигән исем аҫтында үткән тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙарында ла һүҙ шул хаҡта барҙы, ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Ленинград ҡалаһын фашист блокадаһынан азат итеүҙең 75 йыллығына арналды.
Осрашыуҙы Дәүләкән тарихи- тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Мазһар Зәйнулла улы Мөхәмәтйәнов асты. Ул музей эше тураһында һөйләне, беҙҙең ҡаланың һәм райондың кешеләренең ырыу тарихы, тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында әйтте.
«Мөхәмәтйәновтарҙың шәжәрәһе» быға миҫал булып тора. Шәжәрә иң беренсе сиратта дөрөҫ төҙөлөргә, тәүге сығанаҡтарға һылтанма яһалырға тейеш. Был уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан барлыҡ мәктәп уҡыусыларының эштәре ғаилә һәм ил тарихтарына бәйле: «Фамилия-ғаиләнең ырыу исеме», «Минең олатайым - батыр», «Беҙҙең ғаиләнең ҡомартҡыһы», «Ғаиләм тарихы - ил тарихы» һәм башҡалар. Күп уҡыусылар туғандары тураһында мәғлүмәт йыйыу менән бер нисә йыл шөғөлләнә, шуның һөҙөмтәһендә улар мөһим һәм күп материал туплаған. Баһалама ағзалары йәш тикшеренеүселәрҙең эштәрен тейешенсә баһаланы.
Һөҙөмтәлә призлы урын алған иң яҡшы эштәр: «Кеше яҙмыштары», Ксения Лаврешина (4-се лицей уҡыусыһы, етәксеһе С.М. Мөхәмәҙиева), «Ҡар кавалерияһы», Рената Әхмәҙишина (7-се мәктәп, етәксеһе И.С. Мәсәлимова), «Минең олатайым - батыр», Альбина Шәймөхәмәтова (лицей-интернат, етәксеһе Э.Х. Фәхретдинова), «Фамилия - ғаиләнең ырыу исеме», Марина Афанасьева ( 4-се лицей, етәксеһе Е.П. Асеева), «Минең ғаиләм тарихы - илем тарихы», Радмир Вәлиев (7-се мәктәп, етәксеһе А.М. Солтанаева), «Зинаида Норкинаның шиғриәт шишмәһе», Варвара Норкина ( 1-се мәктәп, етәксеһе В.Р. Крутько).
Баһалама ағзалары Ҡыҙрас ауылынан “Ихтирамға лайыҡ шәхес” исемле эшен тәҡдим иткән иң йәш ҡатнашыусы Айһылыу Мөхәмәтшинаны билдәләне (етәксеһе З.Ф. Дәүләтбаева).
Еңеүселәр һәм лауреаттар дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде, уларға музей хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән нәшер ителгән «Дәүләкән ҡалаһы – йөҙ йылдан һуң» ҡала тарихы күренештәре һүрәтләнгән открыткалар йыйылмаһы тапшырылды.
Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҡыуҙар тарих менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә үҙенсәлекле трибуна булып тора, бында улар үҙенең эше тураһында һөйләй ала, һөҙөмтәләрен хәбәр итә, белемдәрен арттыра, исемдәрҙе һәм факттарҙы асыҡлай. Бынан тыш, был сара йәштәр араһында патриотизм һәм кесе тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләй.