+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 16:18

«Нефтемаш» - тотороҡлоҡ һәм алға китеш

Продукция сифаты буйынса даими эш, ассортиментты һәм тәьмин итеү географияһын киңәйтеү, етештереүҙе даими модернизациялау, яңы, заманса технологиялар индереү, өҫтәмә эш урындары булдырыу, партнерҙарҙан яҡшы репутация һәм юғары яуаплылыҡ – былар барыһы ла «Нефтемаш» тураһында.

Продукция сифаты буйынса даими эш, ассортиментты һәм тәьмин итеү географияһын киңәйтеү, етештереүҙе даими модернизациялау, яңы, заманса технологиялар индереү, өҫтәмә эш урындары булдырыу, партнерҙарҙан яҡшы репутация һәм юғары яуаплылыҡ – былар барыһы ла «Нефтемаш» тураһында.
Дәүләкән нефть машиналары төҙөү заводы республикабыҙҙағы алдынғы сәнәғәт предприятиеларының береһе исемен беренсе йыл ғына раҫламай. Бында беҙҙең ил өсөн генә түгел, Әзербайжан, Ҡаҙағстан кеүек сиктәш дәүләттәр өсөн дә нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештерелә. Юғары һәм тотороҡло сифат, тауар ебәреү сроктарын ваҡытында үтәү айҡанлы продукцияға һорау ҙур.
Предприятие етәкселеге, инженер-техник звенонан эш цехтарына һәм подразделениеларына тиклем бөтә коллектив, юғары технологиялы ҡорамалдарҙы үҙләштереп, инфраструктураны камиллаштырып, һөнәри оҫталыҡтарын даими арттырып, юғары дәрәжәне һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс һала.
Йыл башынан эре габаритлы ҡорамалдар (газ һәм нефть сығарғанда ҡатмарлы һауа шарттарында эшләү өсөн тәғәйенләнгән, диаметры өс, оҙонлоғо ике метрҙан артыҡ баҫым аҫтында эшләүсе махсус һауыттар) етештереүсе, дөйөм майҙаны 2500 квадрат метр майҙанлы 2-се цех эшләй башланы. Хәҙерге ваҡытта яңы цехта сығарылған продукция дөйөм күләмдең 30 процентына етте. Бында заманса станоктар урынлаштырылған, улар араһында эре габаритлы объекттар өсөн махсус кантователь, гидравлик, ҡалай табаҡтарын бөгөүсе, дүрт валкалы машина бар, металды иретеп йәбештереү төрҙәрен камиллаштырыу, нефть-газ ҡорамалдары баҙарында ҙур һорау менән файҙаланылған тауарҙар етештереүҙе арттырыу өҫтөндә эштәр алып барыла.
Цех эргәһендә административ-көнкүреш корпусы төҙөлөшө тамамланып килә, эске биҙәкләү эштәре бара. Унда контроль лабораториялары, электротехника, яҡты, уңайлы кабинеттар, шулай уҡ иркен көнкүреш биналары: кейенеү, душ, туҡланыу бүлмәләре һәм башҡалар урынлашасаҡ.
Территорияла төҙөлөш эштәре предприятие көсө менән алып барыла, ремонт-төҙөлөш бүлеге менән был тармаҡта утыҙ йылдан ашыу эш стажы булған, тәжрибәле участка бригадиры Вәсим Минеғәли улы Кәримов етәкселек итә. Төҙөлөш объекттарында ташсылар һәм балта оҫталары, штукатур-малярҙар эшләй. Улар яңы биналар төҙөп, предприятиела етештереүҙе киңәйтеүгә һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Шулай уҡ етештереүҙе модернизациялау һәм продукция ассортиментын киңәйтеү маҡсатында 1-се цехта яңы заманса станоктар урынлаштырылған. Был изделиеларҙың ныҡлығын һәм сифатын бер нисә тапҡыр арттырырға һәм етештерелә торған торбалар диаметрын 159 миллиметрға еткерергә мөмкинлек бирә. Тәүге өлгөләр етештерелгән дә инде, әле ҡорамалдарҙы монтажлау һәм файҙаланыуҙы тейешле шарттарға килтереү бара. Апрель башынан ҡорамалдарҙы индукцион йылытыу юлы менән эшләүсе станок сафҡа индерелде. Ул күп тәрлә булыуы менән айырылып тора: диаметры 57-нән 219 миллиметрға тиклем еткән деталдәр бирә ала.
Яңы ҡорамалдарҙы сафҡа баҫтырыу менән предприятиела эш урындары артты, заманса ҡатмарлы станоктарҙа белемле, яуаплы белгестәр эшләй, улар: баш инженер урынбаҫары, иретеп йәбештереүсе Р.Р. Әхмәтйәнов, баш энергетик Ю.И. Дилмөхәмәтов.
Завод территорияһында майҙаны 450 квадрат метрға яҡын булған маляр бүлексәһен төҙөү тамамланған. Унда изделиеларҙы ҡом менән таҙартыу системаһына көйләнгән әҙерләү һәм буяу цехтары урынлашасаҡ. Әле биҙәкләү эштәре бара һәм заманса ҡорамалдар һатып алына.
Завод бер нисә айға етерлек заказдар менән тәьмин ителгән, даими партнерҙарыбыҙ менән әүҙем эш алып бара, яңы бәйләнештәр булдыра. Хеҙмәткәрҙәр юғары квалификациялы, тәжрибәле, яуаплы, теләһә ниндәй производство заданиеларын үтәргә һәләтле, был нефть машиналары төҙөү баҙарында үҙ позицияларын ныҡлы рәүештә һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Ә хеҙмәткә һәләтле берҙәм коллектив – предприятиеның уңышлы, юғары етештереүсәнле, тотороҡло эшләү нигеҙе.
Заводта етештереү күрһәткестәре тураһында ғына ҡайғыртып ҡалмайҙар, инфраструктураны үҫтереү, даими шәмбе өмәләре үткәреп, дөйөм ҡала экология акцияларында ҡатнашып, үҙ территорияларында предприятие көсө менән йәшелләндереү, яҡтыртыу эштәре менән шөғөлләнәләр. Бергәләп ял итеү ойошторолған, үҙҙәренең спорт залы бар. Заводта йәштәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы, тимәк предприятиеның үҫеше өсөн мөмкинлектәр яҡшы.
Читайте нас: