+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 16:08

Яҙғы көн йылды туйҙыра

В.В. Дик крәҫтиән-фермер хужалығы был яҙғы көндәрҙә баҫыуҙа көсөргәнешле эш алып бара.

Агроном Константин Сальников.
Агроном Константин Сальников.
В.В. Дик крәҫтиән-фермер хужалығы был яҙғы көндәрҙә баҫыуҙа көсөргәнешле эш алып бара. Планға ярашлы, яҙғы культураларҙы ун мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү бурысы тора. Ағымдағы миҙгелдә бойҙай, борсаҡ һәм арпа, техник культуралар – көнбағыш, рапс, шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү эштәре көтөлә. Был культураларҙың һәр береһенең эшкәртеү буйынса үҙенсәлектәре бар. Агроном К.А. Сальников барыһын да күҙәтеүҙә тота. Был һөнәргә ул ун йыл ғүмерен бағышлаған, районда белгестәре араһында абруй ҡаҙанған. Уның хеҙмәте район хакимиәте, БР Ауыл хужалығы министрлығы грамоталары менән билдәләнгән, былтыр тотороҡло күрһәткестәргә өлгәшекәне өсөн Константин Александрович Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Хужалыҡта яҙғы эштәрҙең беренсе этабы уңышлы тамамланды. Ҡыҫҡа агротехник ваҡытта бында ужым культураларын тәрбиәләү эштәре үткәрелгән. Үткән йылда ужым бойҙайы майҙанын арттырғандар. Дөйөм алғанда, сәсеүлектәр һәйбәт ҡышлаған-улар өстән бер өлөшө торошо ҡәнәғәтләнерлек, ә ҡалғандары яҡшы. Биш йөҙҙән ашыу гектарҙа ужым культураларын тырматыу эштәре башҡарылған, үҫемлектәргә кәрәкле минераль ашлама һиптерелгән. Бында механизатор Николай Рыжков, ашлама ташыуҙа водитель Сергей Кудряшов тырышҡан.
Дым ҡаплауҙа Алексей Елизаров, Роман Троянов һәм Виктор Кравченко эшләгән.
Ауыл хужалығы техникаһының әҙерлеге һәм уны һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн инженер С.В. Кравченко яуап бирә. 1993 йылда Башҡорт Дәүләт ауыл хужалығы университетын тамамлағандан бирле, ул тырышып эшләй. Инженерия хужалыҡта үҙ эшен белеп башҡара. Ауыл хужалығы машиналары, тракторҙар, тейәгестәр һәм автомобилдәр үҙ ваҡытында әҙерләнһен өсөн быйыл да Сергей Владимирович бар тырышлығын һалған. Ремонт эштәренең төп өлөшө күпкә алдан башҡарылды. Һәр механизатор намыҫ менән эшләгән. Иретеп йәбештереүсе Николай Сальников ауыл хужалығы машиналары өҙлөкһөҙ эшләһен тип тырыша. Әлеге ваҡытта бөтөн техника баҫыуҙа. Алда эштәр күп, игенселәр коллективы уңышҡа шикләнмәй, сөнки улар нигеҙ һалыныуына шикләнмәй.
Читайте нас: