-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 16:24

Юғары оҫталыҡ талап иткән һөнәр

Янғын һүндереүсе – ҡатмарлы һәм хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Улар фиҙакәрлеге, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуҙары менән айырылып тора.

3-сө ҡарауылдың шәхси составы иң яҡшыларҙың береһенән һанала – ҡарауыл начальнигы А.И. Кильчурин, бүлексә командиры Р.А. Абдуллин, янғын һүндереүсе С.А. Степанов, водителдәр Д.А. Пахомов һәм Д.Х. Солтанов.
3-сө ҡарауылдың шәхси составы иң яҡшыларҙың береһенән һанала – ҡарауыл начальнигы А.И. Кильчурин, бүлексә командиры Р.А. Абдуллин, янғын һүндереүсе С.А. Степанов, водителдәр Д.А. Пахомов һәм Д.Х. Солтанов.
Янғын һүндереүсе – ҡатмарлы һәм хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Улар фиҙакәрлеге, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуҙары менән айырылып тора. Янғын һүндереүсе һөнәре юғары профессионализм талап итә. Ғүмерҙәрен һәм сәләмәтлектәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, улар башҡаларҙы ҡотҡара. Янғын тармағы хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә дәүләт кимәлендә байрам көнө билдәләнгән.
30 апрель ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы янғындан һаҡлау буйынса саралар күреү йәһәтенән һайланған. Янғын хәүефһеҙлеге тураһында тәүге документ 1964 йылдың 30 апрелендә бирелә.
Тәүге янғын депоһы Петр I тарафынан ойошторола. Уны кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға ҙур иғтибар бирелә. Ваҡыт үтеү менән янғын хәүефһеҙлеге саралары камиллаша бара, ә янғын һағы тәү сиратта кәрәкле хеҙмәттәрҙең береһенә әйләнә. Ошо айҡанлы, 1999 йылдың 30 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан Янғын һағы көнө булдырыла һәм ул бөгөн дә билдәләнә.
Янғын һағы белгестәре Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ведомствоһына ҡарай. Уларға утҡа ҡаршы көрәш кенә түгел, башҡа ҡурҡыныс бәләләргә ҡаршы көрәшеү бурысы ла йөкмәтелгән. Һыу баҫыу йәки дауыл булһынмы, техноген авариялар булһынмы, улар ярҙам күрһәтергә бурыслы.
Беҙҙең ҡала һәм райондың дәүләт янғын һағы хеҙмәте биш берәмек техника менән тәьмин ителгән, бында 30 хеҙмәткәр эшләй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында эшләү өсөн махсус белем генә етмәй, алынған белемде экстремаль шарттарҙа ҡуллана белергә кәрәк.
Ялҡын телдәренә ҡаршы көрәшкән, ҡурҡыныс хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаған янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәте дәүләт наградалары менән билдәләнгән.
Янғын һағы хеҙмәте ветерандары Т.С. Вәлиев, В.М. Латышев, А.М. Камышан, Н.Ф. Ғирфанов, Н.И. Курагин, И.М. Латышев, Ю.А. Сергеев, Л.И. Соловьева халыҡ араһында ихтирам һәм абруй ҡаҙанған. Уларҙың һәр ҡайһыһы ошо тармаҡта сирек быуат хеҙмәт һала.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа, аҡыллы кәңәштәренән ҡалдырмайҙар, тәжрибә уртаҡлашалар.
Ағымдағы йылдың ғинуарынан апрель уртаһына тиклем Дәүләкән районы муниципаль район территорияһында 55 ут сығыу осрағы теркәлгән. 34 осраҡта ҡоро үләнгә ут төртөү, өс осраҡта көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан. Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың төҙөлөштәрендә сыҡҡан 18 ут нөктәһе һүндерелгән.
117-се янғын һағының шәхси составы тарафынан янғындарҙа ете кеше ҡотҡарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше утта һәләк булған.
Бынан тыш, отряд хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы урындарына барып, зыян күргән биш кешене ҡотҡарып ҡалған.
Батыр йөрәкле янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең байрамы ниндәй көндә билдәләнеүенә ҡарамаҫтан, уларҙың ҡыйыулығын, ҡаһарманлығын бер ҡасан да оноторға ярамай. Ҡотҡарылған ғүмерҙәр, милек, тәбиғәт байлыҡтары, һүндерелгән янғын, тәбиғәт бәлә-ҡазаларында күрһәтелгән ярҙам өсөн кешеләр утҡа ҡаршы көрәшеүселәргә рәхмәтле.
Читайте нас: