Элемтә - хәҙерге заман инфраструктураһының мөһим өлөшө, ул сифатлы һәм уңайлы тормош шарттары булдырыуға йүнәлтелгән, иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итергә саҡырылған, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, милли именлекте тәьмин итеү бурысы ла уға йөкмәтелгән. Уның тәғәйенләнеше – халыҡҡа яңылыҡ еткереү.
- Бәләбәй район-ара электр элемтәһе узелы подразделениеһы булып торған Дәүләкән районы элемтә узелының уңышлы эшенең төп нигеҙе булып күп йылдар дауамында эшләгән һөнәрмәндәр коллективы тора. Беҙҙең белгестәр абоненттарҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында ҡатмарлы бурыстарҙы үтәй. Әлбиттә, хәҙерге заманда һөҙөмтәлелекте күтәреү кеше факторына бәйле,- тип һөйләй линия-техник цех начальнигы Лев Юрьевич Афанасьев.
Ул үҙе узелында хеҙмәт эшмәкәрлеген ябай электромеханик булып башлай. Юғары квалификациялы белгес булыу теләге уны Куйбышев электротехник элемтә институтының «Автоматик электр элемтәһе» факультетына алып килә.
Институтты тамамлағандан һуң баш инженер булып эшләй, бына бер нисә йыл инде элемтә узелында етәкселек итә. Йәмәғәт эштәрен дә башҡара: депутат, Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе Советының һалымдар һәм милек мәсьәләләре, иҡтисад буйынса комиссия ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Дәүләкән ҡалаһы һәм ҡала биләмәһендәге фракция рәйесе булып тора.
Элемтә узелы күрһәткән хеҙмәттәр төрө арта бара. Баҡыр сымдарҙы сүс-оптик селтәрҙәргә алмаштырыу киң мөмкинлектәр асты. Тәүге линиялар 1996 йылда алмаштырылды, улар юғары кимәлдәге линиялар тип иҫәпләнә, сөнки район үҙәктәре менән тоташтыра. Был линиялар юғары тиҙлекле интернетҡа тоташырға мөмкинлек бирә, күп каналлы телевидение ҡарарға була.
Әлеге ваҡытта коллективта 20 кеше һанала. Штатта элемтәсе һөнәренә эйә булғандар ғына ҡалды, мәҫәлән, электр элемтәһе инженеры, электромонтер, кабельщик-спайщик, элемтә электромеханигы һәм башҡалар.
Коллективта абруй яулаған хеҙмәткәрҙәр күп.
Л.Ю. Афанасьев былай ти: «Беҙҙә яуаплы һәм ышаныслы кешеләр эшләй. Элемтә узелы кешенең йөрәге һымаҡ: коммуникациялар ярҙамында ул меңдәрсә кешене бәйләй һәм ул һәр саҡ көйлө эшләргә тейеш. Шуға һәр участка тейешенсә эшләһен өсөн белгестәр яуап бирә. Әйҙәүсе инженер Р.Т. Ғатауллин, инженер А.Н. Некрытов, өлкән элемтә электромеханигы Р.Ғ. Әминов, телефон элемтәһе ҡоролмалары һәм электромонтерҙар А.В. Харчев, А.Р. Усманов, В.А. Трегубкин үҙ бурысын белеп башҡара.
Коллектив ауылдарҙа ла ҙур эш үтәне. Р.А. Зөбәйеров, А.В. Шакин, А.Н. Зарипов телефон элемтәһе хеҙмәттәрен күрһәтә. Улар барыһы ла рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.
Элемтә тармағы иҡтисадтың динамикалы үҫешеүсе һәм юғары технологиялы тармаҡтарының береһе булыуын аңлап, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең һөнәри байрамдарын эш урынында ҡаршылай. Бөгөнгө йәмғиәттең тормошон шунан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.