+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Май 2019, 17:12

Сафҡа теҙелгән һалдаттар һымаҡ...

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы хөрмәтенә Соколовка мәктәбе аллеяһында ултыртылған ҡайын үҫентеләре тигеҙ сафтар булып ултыра.

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы хөрмәтенә Соколовка мәктәбе аллеяһында ултыртылған ҡайын үҫентеләре тигеҙ сафтар булып ултыра. Урындағы башланғыс мәктәп коллективы көсө менән Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына ҡуйылған һәйкәл эргәһендәге үҫентеләр талғын елгә тибрәлеп ултыра. Тиҙҙән улар тамыр алып, нығынып китер һәм япраҡ ярыр.
- Яу ҡырында һәләк булған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә был беҙҙең Батырҙар аллеяһы буласаҡ, - ти Соколовка башланғыс мәктәбе директоры Әнүәр Мотаһар улы Миңлебаев. – Бер нисә йылдан аҡ ҡайындар почетлы ҡарауылға баҫҡан һымаҡ, беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткән атай-олатайҙарыбыҙға рәхмәт билдәһе булараҡ ултырасаҡ. Көҙ еткәс, улар эргәһенә өҫтәп зәңгәр шыршы үҫентеләре ултыртасаҡбыҙ. Был ағастар тирә-яҡҡа йәм биреп торасаҡ.
Мәктәп педагоготары ауылдаштары, район Мәҙәниәт йортоноң Соколовка филиалы хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте вәкилдәре менән бергәләп “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһында ҡатнашты. Спорт майҙансығы тирәләй йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашып, улар Соколовка ауыл биләмәһе территорияһын йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Читайте нас: