+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2019, 17:04

Аяҙ күк йөҙө һәм тыныслыҡ өсөн рәхмәт!

Был байрам алды көндәрендә ҡала һәм район хакимиәттәре, ауыл биләмәләре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының өйҙәренә барып, уларҙы Еңеү байрамы менән ҡотланы, ерҙәге тыныслыҡ хаҡына күрһәткән батырлыҡтары, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Был байрам алды көндәрендә ҡала һәм район хакимиәттәре, ауыл биләмәләре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының өйҙәренә барып, уларҙы Еңеү байрамы менән ҡотланы, ерҙәге тыныслыҡ хаҡына күрһәткән батырлыҡтары, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бик-Ҡарамалы ауылында йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Рәхимйән Ноғман улы Лоҡмановҡа 93 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран тыуған ауылындағы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып тора, ваҡиғалар уртаһында булырға тырыша.
1943 йылда фронтҡа алыныу менән ул Курск дуғаһындағы алышҡа эләгә. Яу юлдарын намыҫлы үтә яугир, сыныға. Һуғыш яралары, контузия тыныс тормошта ла үҙен һиҙҙертә – педагогик эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була. Физкультура техникумын тамамлап, уҡыусыларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү менән шөғөлләнә, улар көслө, таһыллы булып үҫһен өсөн спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
Еңеү көнөн ветеран госпиталдә ҡаршылай, контузиянан һуң реабилитация үткән көндәргә тура килә. Һуғыш бөтөүе тураһында ҡыуаныслы яңылыҡты ишеткәс, бер ни тиклем ышанмай ҙа тора хатта. Шатлыҡтың сиге булмай.
Үҙенең төп наградаһы – Ҡыҙыл Йондоҙ орденын кесе лейтенант, пулемет взводы командиры Лоҡманов һуғыштан һуң ала. 1945 йылдың апрелендә Бреслау ҡалаһының көнбайышында дошмандың көслө һөжүмен кире ҡаҡҡан өсөн тәҡдим ителә ул был наградаға. Бүләкләү тураһындағы бойороҡта шундай юлдар бар: “Дошман көслө ҡаршылыҡ күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, Лоҡманов үҙенең пулемет расчетын уңайлы ут позицияларына урынлаштыра һәм пулемет уты яуҙырып дошманды ергә ҡыҫырыҡлай, шуның менән беҙҙең йәйәүле ғәскәрҙәргә алға барырға юл аса. Расчет командиры сафтан сыҡҡас, пулемет артына үҙе баҫа һәм ут яуҙырыуын дауам итә. Контузия алыуына ҡарамаҫтан, бойороҡто үтәй, егермегә яҡын гитлерсыны теге донъяға олаҡтыра”.
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил улы Мөхәмәтйәнов Рәхимйән Лоҡмановҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан һәм район хакимиәтенән ҡотлау хатын, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Дәүләкән ҡалаһының Эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе С.Ю. Фролова Ассоциация исеменән ветеранға шиғыр яҙылған сағыу папка бүләк итте.
Еңеү көнөнә ҡарата байрам акцияһына ауыл биләмәләре башлыҡтары ла ҡушылды, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына аҙыҡ-түлек төргәктәре тапшырҙы. Берәү ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Читайте нас: