Йола буйынса, байрам алдынан ҡала урамдарында Еңеү көнөнә арналған акция үтә. «Йәш гвардия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәр хәрәкәте активистары, Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә ярҙам үҙәге вәкилдәре хәтер һәм ҡаһарманлыҡ символы булған Георгий таҫмаһын таратты.
Георгий таҫмаһы – ул Еңеү, батырлыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең яҡындарыбыҙҙың иңдәренә төшкән ауырлыҡ, ә иң мөһиме – бөгөнгө быуындың ошо шанлы йылдарҙы мәңге хәтерендә тотоу символы булараҡ ҡабул ителә. Сағыу һары-ҡара төҫтәге таҫма – хәтер акцияһы, халыҡ батырлығы.
Акция үткәреү барышында ирекмәндәр үҙҙәренең ҡарамағында булған һуғыш хеҙмәт ветерандарына барҙылар. Улар араһында – Наилә Вәлийән ҡыҙы Баймөхәмәтова ла бар, уның күкрәгенә Георгий таҫмаһын таҡтылар, һәм 9 май – Еңеү көнөндә күтәренке кәйеф теләнеләр.
Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, өлкән кешеләр һәм балалар ирекмәндәр ҡулынан таҫманы йылмайып, рәхмәт һүҙҙәре менән алдылар, акцияла ҡатнашыусылар уларҙың һәр береһенә байрам кәйефе бүләк итте. Беҙҙең күп милләтле илдә Еңеү көнө - иң ҙур байрам, уның ғорурлығы һәм даны. Акция үткәреү ваҡытында бер нисә мең дана Георгий таҫмаһы таратылды.