+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2019, 16:54

Тыуған ҡалабыҙҙы йәшелләндерәйек!

Шундай девиз аҫтында «Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!» республика экология акцияһы сиктәрендә Дәүләкән ҡалаһы урамдарында сираттағы яҙғы шәмбе өмәһе үтте.

Шундай девиз аҫтында «Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!» республика экология акцияһы сиктәрендә Дәүләкән ҡалаһы урамдарында сираттағы яҙғы шәмбе өмәһе үтте. Ҡала территорияһын йыйыштырыуҙа һәм йәшелләндереүҙә төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләре, мәктәп уҡыусыларынан ветерандарға, ойошмалар һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәренән алып урындағы үҙидаралыҡтар вәкилдәренә тиклем ҡатнашты. Был көндө «Ҡояшлы» паркында эш ҡайнаны, былтырғы үлән һәм сүп ҡалдыҡтарынан ҙур йәшел майҙан таҙартылды, ҡарағай һәм ҡайын үҫентеләре ултыртылды, Еңеү аллеяһы булдырылды. Был акцияла Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А.С. Матренин, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Л.Р. Дәүләтбаева, Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов ҡатнашты.
7-се урта мәктәптең 11 Б сығарылыш класы уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары һәм ата-әсәләре менән яңы парктағы Дуҫлыҡ аллеяһына башланғыс һалыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтте, улар бында ял итеүселәрҙе оҙаҡ йылдар ҡыуандырып, артабан иҫтәлекле осрашыуҙар урынына әйләнһен өсөн йәш ағастарҙы тәрбиәләп торорға һүҙ бирҙе. Ә урта звено уҡыусылары мәктәп яны территорияһын таҙартты һәм йәшелләндерҙе. «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә ҡала һәм райондың күпселек белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм уҡытыусылары ағас ултыртыуҙа һәм территорияны йыйыштырыуҙа әүҙем ҡатнашты. Уҡыусылар тарафынан 230 төп миләш, ҡарағай, пирамидаль тирәк ағастары ултыртылды. Мәктәп-интернат уҡыусылары һәм педагогтар үҙ территорияларын таҙартыу һәм йәшелләндереүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтте: юлдар һеперелде, бордюрҙар буятылды, былтырғы ҡоро үлән таҙартылды, ун төп миләш һәм егерме төп пирамидаль тирәк үҫентеләре ултыртылды.
5-се гимназияла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға арналған иҫтәлекле стеланы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелде. Гимназистар үҙ территорияларын төҙөкләндереү менән генә сикләнмәне, уҡыу йорто эргәһендәге Аксаков урамындағы буш урынға илле төп пирамидаль тирәк үҫентеһе, «Көмбәҙ» яугир-патриотик клубы курсанттары һәм Балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре хәрби-интернационалистар һәйкәле эргәһендәге территорияны төҙөкләндереп, миләш үҫентеләре ултыртты.
Ҡороған үләндән, көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартылғандан һуң Баҡса урамындағы сквер яңы төҫ алды. «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты сиктәрендә артабан ул ял итеүселәрҙе матурлығы, уңайлылығы менән йәлеп итеп торһон өсөн, киң күләмдә үҙгәрештәр индереү планлаштырыла.
Тирә-яҡ мөхиттең төҙөклөгөн, таҙалығын ҡайғыртыусы, урамдарҙың таҙа һәм матур, ә скверҙар һәм парктарҙың йыйыштырылған һәм сәскәләргә күмелеп ултырыуҙарын теләгән һәр кеше экология акцияһына ҙур теләк менән ҡушылды. Ҡала һәм районды йәшелләндереү һәм таҙартыу кампанияһы һөҙөмтәләре ҡыуандырырлыҡ. Унда бөтәһе ике мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты, 18 меңдән артыҡ ағас үҫентеләре ултыртылды, йөҙәр кубометр сүп-сар һәм ҡороған үлән ҡалдыҡтары сүп түгеү урындарына сығарылды. Ауыл һәм ҡала урамдары йәки йорт алдары йәмле булһын өсөн һәр ҡайһыбыҙҙың төп бурысы – йәшел үҫентеләрҙе һаҡлау, тәрбиәләү, сүп өйөмдәре булдырмау, ҡала һәм ауыл урамдарын таҙа тотоу.
Читайте нас: