+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2019, 16:59

Һуғыш ветерандарына – Президенттан ҡотлау хаттары

Рәсәй почтаһы Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Рәсәй Федерацияһы Президентынан ҡотлау хаттары таратасаҡ.

Рәсәй почтаһы Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Рәсәй Федерацияһы Президентынан ҡотлау хаттары таратасаҡ.
Ошо көндәрҙә республикала йәшәүсе 37 меңдән ашыу ветеран Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы хөрмәтенә Рәсәй Федерацияһы Президентынан ҡотлау хаттары ала. Рәсәй почтаһы уларҙы республиканың бар мөйөштәренә тарата.
Ҡотлау открыткаһының алғы яғын Л. Голованованың “Ҡыҙыл армияға дан!” тигән плакаты биҙәй. Эске яғында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы күренештәре.
2 майҙан 9 майға тиклем ҡотлау хаты тапшырылмаған ветерандарҙың хаттары ай буйы почта элемтәһе бүлексәләрендә һаҡланасаҡ һәм ҡайтанан таратыласаҡ.
Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре хат һәр ветеранға барып етһен өсөн уларҙың адресын дөрөҫләй.
Читайте нас: