-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2019, 11:36

Йөҙ йәш тулыр ине...

Мөьмин Ғәбделмән улы Латипов - ғаиләләрендә фронтҡа алынған дүрт малай араһында иҫән ҡалған берҙән-бер ул. Фашистарға ҡаршы һуғышҡа киткән тыуған Ҡоръятмаҫ ауылына бер нисә һалдат ҡына ҡайта, ә яуға 300 кешене оҙаталар.

Мөьмин Ғәбделмән улы Латипов - ғаиләләрендә фронтҡа алынған дүрт малай араһында иҫән ҡалған берҙән-бер ул. Фашистарға ҡаршы һуғышҡа киткән тыуған Ҡоръятмаҫ ауылына бер нисә һалдат ҡына ҡайта, ә яуға 300 кешене оҙаталар.
Артабанғы тыныс тормошта ла һуғыш йылдары бер ҡасан да иҫенән сыҡмай. “Һуғышты онотор әмәл юҡ, тәнемдәге яра һәм иҫке ҡурғаш киҫәге иҫемә төшөрөп тора. Уны башҡалар ҙа онотмаһын ине. Һуғышты ла бит тарихты белмәгән, ҡурҡыныс бәлә-ҡаза һабаҡтарын онотҡан кешеләр башлағандыр» - тип һөйләр булған ул.
Фронтҡа яугир Ҡыҙыл Армия сафтарынан алына. Ҡайтыр көндәре яҡынлашып килгәндә һуғыш башлана. Шулай итеп, 1939 йылда тыуған йортонан сығып китә, 1946 йылда ғына кире әйләнеп ҡайта. Уның хәрби юлы Балтика буйынан Германияға тиклем дауам итә. Биш тапҡыр яралана, контузиялана, һәр саҡ үлем менән йәшәү араһында була, ниндәй вәхшилектәр күрмәһен, йәш һалдаттың рухи ҡанаттарын һындыра алмаған һуғыш. Яу яланында ағаһы менән осрашыу ҡайғыһы ла уны һындырмай. Ни өсөн ҡайғы? Сөнки бер туған ағаһының күҙҙәре мәңгелеккә ябылған була...
Дошман бер туҡтауһыҙ һөжүм итә. Мөьминдәрҙең полкына сигенергә тигән бойороҡ бирелә. Ошо мәхшәрҙә һалдат кәүҙәһенә тап була. Ҡараһа, Хәйбулла ағаһы ята. Бына уларҙы яҙмыш ҡайҙа һәм нисек осраштыра. Мөьминдең күңеленә әрнеү, һағыш тула. Ул үҙенең пилоткаһын ағаһының һыуыҡ битенә яба. Шул саҡ эргәлә генә дошман снаряды шартлай, һалдат иҫен юғалта...
Үле тип ерләргә әҙерләнгәндә ҡулы ҡыбырлауын шәйләп ҡалып, госпиталгә оҙаталар. Бер ни тиклем ваҡыттан йүнәлеп, йәнә фронтҡа ашыға.
Һис шикһеҙ, көн һайын әжәл менән күҙмә-күҙ осрашҡанда хәүеф тойғоһо тупаҫланалыр ҙа. Әммә кешене өмөт йәшәтә. Иң аяныслы хәлдәрҙән ҡотҡарған ғәмәл дә шул – өмөт.
... Шулай, ялға туҡтаған полк бомбежка аҫтына эләгә. Һалдаттар аяуһыҙ ҡырыла, һауалағы һөжүмдән ҡотолор сара юҡ. Донъя тынғас, тере ҡалғандар­ҙы барлай башлайҙар. Өлкән пулеметчик Мөьминде тереләр араһынан да, үлеләр араһынан да таба алмайҙар. Шул саҡ бер йылғыры ерҙән күренеп торған итекте шәйләп ҡала. Ҡаҙып алалар, әммә һалдат тын алмай... Уны ерләргә ҡушалар. Ҡәбергә алып китеп барғанда яугир иҫенә килә һәм уны госпиталгә алып китәләр. Бына шулай, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән Мөьмин йәнә үлемдән ҡала...
1945 йылда Мөьминдең күкрәгендә III дәрәжә Дан, «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалдары һәм башҡа күп төрлө наградалар ялтырай. Һуғыштан һуң юбилей миҙалдары өҫтәлә бара, 1985 йылда фашистик Германияны Еңеүҙең 40 йыллығы хөрмәтенә I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
- Донъя көтөргә әүәҫ булды, һәр эште еренә еткереп башҡарыр ине. Етем булғанлыҡтан мәктәпкә уҡырға йөрөмәй, ә математиканан башҡаларҙан ҡалышмай. Инвалид булыуына ҡарамаҫтан һәр эште намыҫ менән башҡара, күп һөйләмәй. Кем булып ҡына эшләмәне: аттар ҡараны, склад мөдире, йәшелсәләр үҫтереү участкаһы бригадиры, иҫәпсе, умартасы булды, - тип һөйләй уның тураһында ауылдашы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәлих Талхин. Хеҙмәт ҡаҙаныштары почет грамоталары, аҡсалата премиялар менән билдәләнә. Ул ауыл Советына депутат һәм колхоз идараһы ағзаһы булып һайлана.
Оҙон һәм бәхетле тормош үтә. Ҡатыны Бибисара Зәйҙулла ҡыҙы менән алты бала үҫтерәләр. 2019 йылдың 9 майында, Еңеү көнөндә, Мөьмин Ғәбделмән улына 100 йәш тулыр ине. Ул 1996 йылда, 77 йәшендә вафат була, нисәмә йылдар тәнендә йөрөткән дошман пуляһы ярсығын үҙе менән мәңгелеккә алып китә.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Абруйлы ветеран, Дәүләкән еренең батыры Мөьмин Ғәбделмән улының өлкән улы Абдулла Латипов баш ҡалалағы агрегат заводында автотранспорт цехы начальнигы була. Йәнә береһе - Марат Мөьмин улы ла үҙен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Илебеҙ иҡтисады өсөн ауыр йылдарҙа Дәүләкән районын етәкләй. Әле Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһенә етәкселек итә. Эшһөйәрлек, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттар аталарынан күскән. Бөгөн атай кеше улдары менән ҡалай ғорурланыр ине!
Һуғыш диңгеҙҙәй күҙ йәше түктергән, миллионлаған кеше ғүмерен ҡыйған, еребеҙҙе ҡанға батырған. Беҙ үҙебеҙҙең батырҙарҙы һәр саҡ хәтерҙә тоторға һәм белергә тейешбеҙ!
Читайте нас: