+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Май 2019, 16:43

Яҙҙың сағыу тантаналары

Үҙәк майҙанда Беренсе Майға арналған байрам күңелле булды, бер тында үтте.

Үҙәк майҙанда Беренсе майға арналған байрам күңелле булды, бер тында үтте. Дәүләкәндәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы тамашасылар яратҡан вокаль һәм хореографик коллективтар, “Халыҡ ижады ынйылары” район конкурсы еңеүселәре һәм лауреаттары музыкаль сығыштары менән ҡыуандырҙы. Улар ҡатнашлығында концерт байрамдың ысын биҙәгенә әйләнде, кәйефтәрҙе күтәрҙе, көс-дәрт өҫтәне. Ҡайһы бер сығыштар барышында тамашасылар үҙҙәре лә ҡушылып йырланы, дәртле көйҙәргә урынында тыпырланы. Төрлө телдәрҙә яңғыраған йырҙар, сағыу костюмдар, һәүәҫкәр артистарҙың моңло тауыштары берәүҙе лә вайымһыҙ ҡалдырманы.
Ғәҙәттәгесә, был көндө фонтан эшләй башланы. Ҡала үҙәгендә ул дәүләкәндәрҙең Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.
Ҡояш нурҙарында сағылып, тирә-яҡты йәмләндереп һәм сафландырып бер-бер артлы фонтандан һыу ағымы урғыла башланы. Был архитектура объекты бөтә йәштәге кешеләрҙең яратҡан ял урынына әйләнде тиһәң дә ярай. Уның “ҡышҡы йоҡонан уяныуын” байрамда ҡатнашыусылар илһамланып ҡаршыланы, фонында фотоға төшөргә ашыҡты. Өлкәндәр фонтанға һоҡланып ҡарап торған арала балалар эргә-тирәһендә йүгерешеп уйнай ҙа башланы.
Әйтергә кәрәк, ҡала ойошмалары көсө менән майҙанда балалар өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары ойошторолғайны. Унда үҙеңдең көсөңдө, етеҙлегеңде һынап ҡарарға, мастер-кластарҙа нимәгәлер өйрәнергә, махсус фотозонала матур фотолар эшләтергә, шулай уҡ асфальтта һүрәттәр төшөрөргә һәм Балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлексәһе тәрбиәләнеүселәре менән бергәләп төрлө һындар яһарға мөмкин ине. Ҡул эше оҫталары ла был көндө үҙҙәренең серҙәре менән ихлас уртаҡлашты.
Китап күргәҙмәләре бер ҡасан да дәүләкәндәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Бында төрлө йылдарҙа нәшер ителгән баҫмаларҙы ҡарап сығыуҙан тыш, әҙәби әҫәрҙәр буйынса интеллектуаль уйында ҡатнашырға, әкиәттәр буйынса викторина һорауҙарына яуап бирергә мөмкин булды. Үҙәк һәм балалар китапханалары хеҙмәткәрҙәре килеүселәрҙең барыһын да ихлас ҡаршыланы. Улар араһында китап һөйөүселәр ҙә бихисап ине.
Беренсе май байрамына ҡарата үткәрелгән йәрминкәлә фермер хужалыҡтарында, шәхси хужалыҡтарҙа етешетерелгән малсылыҡ, умартасылыҡ продукциялары, башҡа әйберҙәр тәҡдим ителде.
Майҙанда төрлө аттракциондар эшләне, ә физкультура-һауыҡтырыу комплексында, ҡала һәм райондың белем биреү учреждениеларында байрамға арналған спорт ярыштары үтте.
Байрам саралары киләһе көндәрҙә лә дауам итте. 3 майҙа “Ҡояшлы” паркында “Яҙғы кәйеф” тип аталған концерт программаһы миҙгелде асып ебәрҙе.
Бөйөк Еңеү көнөнә арналған велоуҙыш ял көндәренең әһәмиәтле ваҡиғаһы булды. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны 200-ҙән ашып китте. Хәрби дан скверындағы Һалдат һәйкәленән старт алып, велосипедистар колоннаһы алдан билдәләнгән маршрут буйынса юл алды, финиш Үҙәк майҙанда ине.
Бер рәттән Еңеү көнөнә ҡарата ла саралар үткәреп, Беренсе май тантаналары барлыҡ быуындарҙы берләштергән, татыулыҡты сағылдырған
яҙҙың иң сағыу ваҡиғаларының береһе булып ҡала.
Читайте нас: