+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2019, 18:07

Беҙ ағастар ултырттыҡ!

20 апрелдән 20 майға тиклемге осорҙа Башҡортостан Республикаһында урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡ бара, унда йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ҡатнаша.

20 апрелдән 20 майға тиклемге осорҙа Башҡортостан Республикаһында урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡ бара, унда йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ҡатнаша. 27 апрелдә үткән «Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит» исеме аҫтында «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы уның төп ваҡиғаһы булды.
Был акцияла 3-сө башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылар коллективы бик әүҙем ҡатнашты (һүрәттә). Ҡулыбыҙға, биҙрә, көрәктәр алып йәш үҫентеләрҙе ултыртырға мәктәп ихатаһына сыҡтыҡ. Бындай мөһим эш ағас ултыртыусы йәштәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты, мәктәпте тамамлауға үҙебеҙ тураһында матур хәтирәләр ҡалдырабыҙ быуындар алмашыныр, бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары ултыртҡан ағастар мәктәп ихатаһын оҙаҡ йылдар йәмләп ултырыр.
Читайте нас: