+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2019, 17:21

Чернобыль шаңдауы

26 апрелдә Дәүләкән ҡалаһында Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнде.

26 апрелдә Дәүләкән ҡалаһында Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнде.
26 апрель төнөндә Чернобыль АЭС-ының дүртенсе энергоблогында хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү системаларының береһендә проект һынауы үткәргән ваҡытта шартлау була.
Авариянан һуң территорияны таҙартыуға 600 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә. Улар күп дозала нурланыш ала, ғүмерҙәрен һәм сәләмәтлектәрен аямай үҙ бурыстарын үтәне.
26 апрелдә Чернобыль АЭС-ында авария һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, райондың йәмәғәт һәм ветеран ойошмалары вәкилдәре Һалдат һәйкәле эргәһенә митингҡа йыйылды.
Йыйылыусыларға ҡала хакимиәтенең социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов мөрәжәғәт итте. Ҡала хакимиәте башлығы исеменән ул 33 йыл элек Чернобыль АЭС-ында авария һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашып, ҡаза күреүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Районда уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барылыуын – тыныс ваҡытта ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр символы – һәйкәл булдырыу тураһында белдерҙе.
Артабан Һалдат һәйкәленә веноктар һәм сәскәләр һалынды. Митингта ҡатнашыусылар радиация аварияһы һәм һәләкәте ҡорбандарын бер минут тын тороп иҫкә алды. Район Мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залында концерт булды.
Читайте нас: