+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2019, 18:12

Июндә ял көндәре тураһында

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 12 июнь – Рәсәй көнө – эш көнө булмаған байрам көнө булап тора.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 12 июнь – Рәсәй көнө – эш көнө булмаған байрам көнө булап тора. Ураҙа байрамы айҡанлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 14 сентябрендәге ҡарары менән 2019 йылда 4 июнь – ял көнө тип иғлан ителде.
Шулай итеп, 4 һәм 12 июнь ял көндәре булып тора.
Дүшәмбе, 3 июндә һәм шишәмбе, 11 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ түләүле отпуск йәки түләүле өҫтәмә отпуск бирелгәндә 4 һәм 12 июндәге байрам көндәре отпускының календарь көндәре иҫәбенә инмәй.
Читайте нас: