+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2019, 18:14

Онотоуы мөмкин түгел...

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайғандан-алыҫая бара. Әммә ваҡыт үтһә лә, халыҡ хәтере юйылмай. Рәсәйлеләр Еңеү көнөндә һуғыш ветерандарын иҫкә алып, уларҙың батырлығы алдында баш эйә. Һуғыш еле һәр ғаиләгә ҡағылды, ир-егеттәр фронтҡа китте, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!» девизы аҫтында баҫыуҙарҙа, заводтарҙа тир түкте, кисә генә мәктәп уҡыусылары булған ҡыҙҙар – шәфҡәт туташтары ут ямғыры аҫтында яу яланынан яралыларҙы ташыны.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайғандан-алыҫая бара. Әммә ваҡыт үтһә лә, халыҡ хәтере юйылмай. Рәсәйлеләр Еңеү көнөндә һуғыш ветерандарын иҫкә алып, уларҙың батырлығы алдында баш эйә. Һуғыш еле һәр ғаиләгә ҡағылды, ир-егеттәр фронтҡа китте, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!» девизы аҫтында баҫыуҙарҙа, заводтарҙа тир түкте, кисә генә мәктәп уҡыусылары булған ҡыҙҙар – шәфҡәт туташтары ут ямғыры аҫтында яу яланынан яралыларҙы ташыны.
9 майҙа ҡаланың үҙәк майҙанында меңләгән кеше йыйылды, «Үлемһеҙ полк» парадында ҡатнашыу өсөн туғандарының һүрәттәрен алып килеүселәр күп ине. Был акцияла йылдан-йыл төрлө быуын кешеләре - мәктәп уҡыусылары һәм ветерандар, өлкәндәр һәм балалар бер сафта бара.
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов митингыла ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ул йыйылыусыларҙы бөйөк байрам айҡанлы ҡотланы, Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең районда йәшәүселәрҙең дә фашист илбаҫарҙарын еңеүгә индергән өлөшөн билдәләп үтте, өлкән быуын кешеләренә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм имен тормош, тыныс күк йөҙө теләне.
Дәүләкәндәр менән байрам шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Р.Ю. Бабич һәм А.Р. Гәрәева килде.
Урындағы үҙидара вәкилдәре, предприятие һәм ҡала ойошмалары, белем биреү учреждениелары вәкилдәре Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә, «Хәрби һәм хеҙмәт даны» мемориаль комплексына сәскәләр һалды.
Артабан ветерандар, ил сиге һаҡсылары, десантсылар, ҡала мәктәптәре уҡыусылары парады булды, үҙешмәкәр артистарҙың көсө менән әҙерләнгән ҙур концерт күрһәтелде, шулай уҡ «Асылыкүл»-«Балҡантау» район гәзите призына еңел атлетика эстафетаһы үткәрелде.
Унан тыш, ялан кухняһы шарттарында бешерелгән һалдат бутҡаһын ауыҙ итергә мөмкин ине, ретро техника, эҙәрмәндәр отрядтарының алыштар үткән урындарҙа тапҡан һуғыш кәрәк-яраҡтары күргәҙмәһе, кескәйҙәр өсөн аттракцион булдырылғайны. Үҙәк һәм балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тематик китаптар күргәҙмәһе ойошторҙо, ҡыҙыҡлы уйындар һәм викториналар үткәрҙе. Ҡала халҡында Бөйөк Еңеүгә арналған автоуҙыш һәм 5-се гимназияла, 4-се лицейҙағы спорт ярыштары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Кис үҙәк майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған ҙур концерт үтте, унда республиканың сәнғәт оҫталары Радик Вәлмөхәмәтов, «Далан» эстрада төркөмө солисы Рушан Биктимеров, «Карауан» төркөмө солисы Элмир Әбүбәкиров, Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина һәм башҡалар сығыш яһаны, сара байрам салюты менән тамамланды.
Читайте нас: