Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы планына ярашлы 2019 йылдың 15 майынан 24-нә тиклем Дәүләкән ҡалаһы территорияһында «Штраф» иҫкәртеү сараһы үткәрелә. Ул республика эске эштәр бүлегенең граждандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырғанда язаның ҡотолғоһоҙлоғон тәьмин итеү һәм тупланма бюджеттың килем өлөшөн тулыландырыу буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән.
Бөгөнгө шарттарҙа административ яза биреү системаһында штрафтар иң киң таралған алым булып тора, Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 3.5-се статьяһы 1-се өлөшөндә ул аҡсалата яза формаһында билдәләнгән.
РФ КоАП-ының 3.1-се статьяһына ярашлы административ яза ошо юҫыҡта хоҡуҡ боҙған өсөн дәүләт тарафынан билдәләнгән яуаплылыҡ сараһы булып тора. Административ яза яңы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында ҡулланыла.
РФ КоАП-ының 3.2-се статьяһына ярашлы административ хоҡуҡ боҙған өсөн түбәндәге язалар бирелеүе мөмкин: иҫкәртеү, административ штраф һалыу, хоҡуҡ боҙоу ҡоралын ваҡытлыса тартып алыу йә иһә конфискациялау, физик шәхескә бирелгән махсус хоҡуҡтан мәхрүм итеү административ арест, сит ил гражданын йә иһә гражданлығы булмаған кешене Рәсәй Федерацияһынан сығарыу, дисквалификациялау, эшмәкәрлеген туҡтатыу, мәжбүри эштәргә ҡушыу.
Административ штраф мөлкәт характерындағы административ язаны күҙ уңында тота. Ул хоҡуҡ боҙоусынан һумдарҙа иҫәпләнгән билдәле бер сумманы түләттереүгә ҡайтып ҡала.
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы административ штрафтың суммаһы тулы күләмдә ҡаҙнаға күсерелә. РФ КоАП-ының 32.2-се статьяһына ярашлы штраф яза биреү тураһында ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң алтмыш көн эсендә түләнергә тейеш. РФ КоАП-ының 32.2-се статьяһы 3-сө өлөшөнә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше штраф суммаһын банкка түләй.
РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһы 1-се өлөшөндә административ штрафты ваҡытында түләмәгән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, был иһә штрафты икеләтә күләмдә түләтеү, ун биш тәүлеккә тиклем ҡулға алыу йә иһә илле сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә ҡушыу өсөн нигеҙ булып тора.
Бурыстарығыҙ тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Эске эштәр министрлығы Дәүләкән районы буйынса бүлегенең 25-се бүлмәһендә алырға була.
Хөрмәтле граждандар! Административ штрафтар буйынса бурыстарығыҙ булһа тиҙ арала түләгеҙ!