10 майҙа Раев ауыл Советының Айыухан ауылында тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына арналған һәйкәлде тантаналы асыу булды.
Был данлы ваҡиғаға төбәктә урынлашҡан йылы һауа торошо ла булышлыҡ итте. Һәйкәлде асыуға һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, мәктәп уҡыусылары, ауылдаштар, йәштәр, район хакимиәте һәм хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре йыйылды.
Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына һәйкәл ҡуйыу идеяһын Айыухан ауылында йәшәүсе Әғзәм Хәйруллин күтәреп сыға, уның тырышлығы айҡанлы күп яҡташтар был эшкә ҡушылды, кәрәкле сумманы йыйҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А.С. Матренин, Раев ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Р.Х. Шәйхетдинов, Дәүләкән районы муниципаль район Советы секретары Р.М. Әминова Айыухан ауылы халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы менән ҡотланы.
Йыйылыусылар яҡташтарҙы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы, һуғыш яландарында ятып ҡалғандарҙы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы почетлы ҡарауыл салюты аҫтында бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Бына көтөп алған тантана ваҡыты етте. Һәйкәлде асыу хоҡуғы, ауыр һуғыш йылдарында дөйөм Еңеүгә тос өлөш индергән Айыухан ауылында йәшәүселәргә – тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш балаларына бирелде. «Еңеү көнө» йырын башҡарыусы тынлы оркестр тауышы аҫтында плиталағы аҡ япманы алғас ҡара граниттан мөһәбәт монумент күренде.
Яңы һәйкәл - «Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балалары иҫтәлегенә» тип атала. Айыухан ауылында һәм унан ситтә йәшәүсе яҡташтар ярҙамы менән Раев ауылында Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған халыҡ һәйкәле барлыҡҡа килде. Районда тағы ла бер дан һәм хеҙмәт ҡаҙанышына әйләнгән яңы һәйкәлгә ҡунаҡтар, тыл ветерандары, уҡыусылар сәскәләр һалды. Һәйкәл Айыухан ауылына кергән урында, ауыл мәҙәниәт йорто территорияһында урынлашҡан. Монумент ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауылдың ғорурлығына, иҫтәлекле урынға һәм визит карточкаһына әйләнде. Ул беҙҙең районда бындай берҙән-бер һәйкәл.
Был көндө сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр алыусы тыл хеҙмәтсәндәрен һәм һуғыш осоронда тыуғандарҙы алҡыштар менән тәбрикләнеләр. Мәҙәниәт идаралығы күрһәткән концерт номерҙары байрам сараһына йәм өҫтәне. Яңы һәйкәл асылыуы Айыухан ауылында йәшәүселәргә әһәмиәтле сағыу ваҡиға булды, ул сәй табыны менән тамамланды.