+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2019, 12:52

Ветерандарҙы хөрмәтләнеләр

Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сараға өлкәндәр менән бер рәттән йәштәр ҙә килде.

Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сараға өлкәндәр менән бер рәттән йәштәр ҙә килде.
Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы И.Р. Мөхәмәтғәлин йыйылыусыларҙа ихлас тәбрикләне.
Ветерандарға Георгий таҫмаһы тағылды, артабан обелискка сәскәләр, веноктар һалынды.
Фәриә Солтанғәлина атаһы тураһында яҡты хәтирәләр менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренә шулай уҡ педагогик хеҙмәт ветераны Мөнирә Исмәғилева, Хәтифйән Сәлимйәнов, Иҫке Яппар ауылынан Сәлимә инәй Фазлиәхмәтова ҡушылды, йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы. Уҡытыусылары Г.З. Хәмәҙиева етәкселегендә башланғыс мәктәп уҡыусылары шиғырҙар, йырҙар әҙерләгән.
Яҡшығолов уҡыуҙары төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Әҙилә Шарапованың сығышы берәүҙе лә вайымһыҙ ҡалдырманы. Ирек Хаматовтың гармун моңдары сараға үҙенсәлекле биҙәк булды.
Быйылғы Еңеү көнө тарихҡа китте, әммә Тыуған иле өсөн яуҙа башын һалған, тылда фиҙакәр хеҙмәт өлгөләре күрһәткән батырҙар онотолмай.
Читайте нас: