+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2019, 12:45

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға бара

Яуаплылығы сикләнгән «Агротехнологиялар йәмғиәте» игенселәре яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында буласаҡ уңыш нигеҙ һалыу буйынса ҙур эш башҡарҙы.

Яуаплылығы сикләнгән «Агротехнологиялар йәмғиәте» игенселәре яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында буласаҡ уңыш нигеҙ һалыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. 600 гектар майҙанды биләгән ужым культураларын тәрбиәләү йәһәтенән бөтә кәрәкле агротехник саралар ваҡытында үткәрелде. Кәрәкле минераль ашламалар менән тулыландырыу, тупраҡты йомшартыу ҡатмарлы ҡышҡы һәм яҙғы осор эҙемтәләрен бөтөрөргә булышлыҡ итте. Бөгөн сәсеүлектәрҙең торошо ҡәнәғәтләнерлек.
Яҙғы культураларҙы 1800 гектар майҙанда сәсеү планынлаштырылған. Май урталарына хужалыҡта 1200 гектар майҙанда арпа, бойҙай, һоло сәселгән.
Яҡын арала бында көнбағыш һәм донник сәселә башлаясаҡ.
Горчак ауылындағы 2-се бригадала ауыл хужалығы ветераны З.Ф. Зарипов тырышып эшләй, ул утыҙ йылға яҡын ғүмерен механизатор һөнәренә арнаған. Зиннур Фәнүр улы сәсеү агрегаты менән етәкселек итә, кәрәк булһа, ремонт, иретеп йәбештереү эштәрен дә башҡара.
Ф.С. Хәйруллин 1988 йылдан механизатор булып эшләй. «Кировец» тракторында ул тупраҡты сәсеүгә әҙерләй. Баҫыуҙы алдан эшкәртеү сифатта сағыла, әлбиттә.
Орлоҡто әҙерләү, ағыулау, тейәп ебәреү ебәреү бурысы склад мөдире Рәис Хәфи улы Шәйхетдиновҡа йөкмәтелгән. Уның ярҙамсылары - склад эшсел-ре Сәһәрйәр Аллаяр улы Шәйхетдинов һәм водитель Ғирфан Ғаффан улы Ҡадиров үҙҙәренең бурыстарын намыҫлы үтәй. Орлоҡ ваҡытында тейәлеп, сәсеү агрегаттарына илтеп еткерелә.
Ауыл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүенсә, 16 майға райондың игенселәре 42,8 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәскән, планда 54,5 мең гектар ҡаралған. Шул иҫәптән иген культуралары 23,7 мең майҙанда, көнбағыш – 14 мең гектар, рапс –бер мең гектар, етен – алтмыш гектар сәселгән. Шәкәр сөгөлдөрө 2,7 мең гектар майҙанда сәселгән – планға ҡарата 85 процент.
«Ҡаҙанғол ТПХ-һы», «Аграр традициялар», «Восход», В.В. Дик КФХ-һы, И.А. Фазлыев КФХ-һы, Ф.Ф. Ташбулатов КФХ-һы, И.Б. Муллагилдин КФХ-һы хужалыҡтары игенселәре яҙғы баҫыуҙа ҙур күләмдә эш башҡарған.
«Канаш», «Төйлән», «Аграр традициялар», «Ҡаҙанғол ТПХ-һы», В.В. Дик крәҫтиән-фермер хужалығы хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙе ваҡытында тамамлаған.
Читайте нас: