Был һөйөүен ул ғүмер буйы һаҡлап ҡала. Атаһы Владимир Эдвардович Дик, хужалыҡта механизатор булып ҡырҡ йыл хеҙмәт һала. Виктор мәктәпте тамамлағас армияға алына, ҡайтҡас машина руле артына ултыра. Әммә тыуған ҡырҙар үҙенә тарта, уның ябай крәҫтиән эшен башҡараһы килә.
Тыуған Рәүеш утары эргәһендә һигеҙ гектар майҙанде ер алып, эшкәртә башлай, яйлап арттыра бара – тәүҙә ҡырҡ гектарға, һуңынан биш йөҙ гектарға еткерә.
Бөгөн шәхси эшҡыуар Виктор Владимирович Диктың ике мең гектарҙан ашыу ере бар, шуның 345 гектары милектә.
- Ерҙе эшкәртеү өсөн техника бар, - ти Виктор Дик. -Күбеһе беҙҙең илдеке һәм ҡыйбат түгел: тракторҙар, сапҡыс, комбайн, йөк машиналары. Запас частарға ҡытлыҡ юҡ. Шуға туҡтап тороуҙарһыҙ эшләйбеҙ, йылдар дауамында һыналған технологиянан ситләшмәйбеҙ. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар, сөгөлдөр сәсәбеҙ. Ҡайһы культура һорау менән файҙалана, шуны күберәк сәсәбеҙ. Баҙар шулай ҡуша. Ер эше бер ҡасан да рәхәт кенә булмаған. Ергә “аҡса һалабыҙ”, ә ул үҫерме, юҡмы - уны бер кем дә алдан әйтә алмай. Һауа торошо ла һәр саҡ ҡыуандырмай. Иртә яҙҙан ҡыр эштәрен башлар өсөн көҙҙән үк тупраҡты әҙерләп ҡалдырабыҙ. Был яҡшы уңышҡа булышлыҡ итә.
Аҙаҡҡы йылдарҙа һыналған, элиталы орлоҡтар сәсеүгә күстек, һатыуға беренсе һәм икенсе репродукциялы сорттарҙы сығарабыҙ. Үҙебеҙҙең иген таҙартыу комплексы бар, башта унда бойҙай эшкәртелә, киптерелә һәм сорттарға бүленә, унан һатыуға ебәрелә. Шулай уҡ башҡа хужалыҡтарға игенде һаҡлауға һалыу, орлоҡ әҙерләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Ауыл хужалығы техникаһы алырға дәүләт субсидиялары беҙгә ҙур ярҙам, иген уңмаған йылда ла ауырлыҡты еңеп сығырға мөмкинлек бирә.
Хужалыҡта ун кеше эшләй, барыһы ла ошо ауылдан. Ҡыҙыу эш мәлендә эшҡыуар үҙе лә ситтә ҡалмай, барыһы менән бер рәттән баҫыуҙа эшләй: һөрә, сәсә, ура. Ул тормошта үҙ юлымды таптым һанай. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ташлап ҡуя яҙған бер ваҡиға ла булып ала тормошонда. Бер йылды кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан бөтә орлоҡ фонды юҡҡа сыға. Ул саҡта уға яҡындары ҡеүәт бирә, яҡын-тирәләге эшҡыуарҙар ярҙам йөҙөнән сәсергә бойҙай орлоғо бүлә, эштәр ваҡытында башҡарыла. Шул ваҡытта үҙенә ышаныслы партнер таба. Ул класташы Сергей Кравченко булып сыға.
Виктор Владимирович Диктың хужалығы әллә ни ҙур түгел, хужа булғанына ҡәнәғәт.
- Ошо күләмдә ер миңә етә, - ти эшҡыуар, - күберәк тә эшкәртә алам, әлбиттә, әммә минең өсөн сифат беренсе урында тора. Ваҡытында орлоҡто һәм техниканы яңартһаң, технологияларҙы һаҡлаһаң һәм ваҡытында хужалыҡ эштәрен башҡарһаң, аҙ ғына ерҙән дә мул уңыш алырға мөмкин. Быйыл, мәҫәлән, ужым бойҙайы, борсаҡ гектарынан утыҙ центнер уңыш бирҙе. Был яҡшы һөҙөмтә. Хеҙмәткәрҙәрҙе матди яҡтан дәртләндереү ҙә үҙ өлөшөн индерә. Аҡса мөһим, әлбиттә, әммә үҙ эшеңде күңел биреп, яратып башҡарыу мөһимерәк, минеңсә.
Беҙҙең хеҙмәт һәр кемгә кәрәкле, кеше икмәкһеҙ йәшәй алмай. Башҡа төрлө тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым.