+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2019, 12:16

Бутҡа тәмле булды!

Ҡаҙанғол ауылының йәмле Дим буйында ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән “Ҡарға бутҡаһы” тип исемләнгән ҙур байрам уҙҙы

Яланда ҡаҙанда тары бутҡаһы бешерелде, самауырҙа сәй ҡайнатылды. Китапханасы Земфира Алиева, сараны асып, балаларҙы уҡыу йылы тамамланыуы менән ҡотланы, “Ҡарға бутҡаһы” байрамының барлыҡҡа килеү тарихы тураһында һөйләне. Һәр байрамға хас булғанса, Дим буйында төрлө йырҙар, шиғырҙар, әкиәттәр яңғыраны. Уҡыусылар ҡарға булып кейенеп, әкиәттәрҙән өҙөктәр күрһәтте, ағасҡа төҫлө таҫмалар бәйләп, теләктәр теләне.Оксана Сәлихова менән Санира Йәғәфәрова башҡарған “Һинд ҡыҙҙары” бейеүе сараға үҙенсәлек өҫтәне.
Тәмле бутҡа ашар алдынан Әлфиә Хаматова “Фатиха” сүрәһен уҡып, барыһынан да доға ҡылдырҙы. Ҡаҙанда майҙа ғына бешкән бутҡаның тәмлелеге!.. Күмәкләшеп тамаҡ ялғап алғандан һуң, ҡалған бутҡаларын ағас төптәренә һалып сыҡтылар. Быныһы инде ҡоштарға “күстәнәс”.
Артабан төрлө уйындар уйнанылар, Дим буйы балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо.
Йолаларыбыҙҙы йәш быуынға тапшырыу маҡсатында шундай байрам үткәреүселәргә, балалар үҙ күҙҙәре менән күреп, белеп үҫһен өсөн күп көс һалған өлкән быуын вәкилдәренә, тәбиғәт ҡосағында матур ял минуттары ойоштороусыларға байрамға килгән һәр кем рәхмәттәрен белдерҙе.
Читайте нас: