+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2019, 12:28

Күңелдәрҙә – яҡты тойғолар

Йыш ҡына шулай була, кеше менән һөйләшеп ултырғанда уҡ уның үҙ һөнәрен яратып башҡарыуын, бар ғүмерен күңеленә ятҡан эшенә биреүен тойомлайһың. Оҙаҡ йылдар Яңы Йәнбәк урта мәктәбендә балаларға белем биргән ирле - ҡатынлы Рауил Рәмил улы Рәфиә Усман ҡыҙы Гәрәевтар тап шундайҙар иҫәбенә инә. Мин дә уларҙың күп һанлы уҡыусыларының береһе. Рауил Рәмил улы беҙгә биология, химия фәндәренән белем бирһә, Рәфиә Усман ҡыҙы инглиз теле уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булды. Уҡытыусы булараҡ, улар беҙҙең күңелдә бик матур тойғолар ҡалдырған.

Быйыл уларҙың бергә ғүмер итеүенә лә 40 йыл тулған.
- Холҡобоҙ йәһәтенән беҙ ҡатыным менән икебеҙ ике төрлө, - ти ғаилә башлығы, - баҡтиһәң, шулай ҙа йәшәп була икән. Тормошта иң мөһиме – кешенең ыңғай сифаттарын күрә белергә кәрәк. Гел кире яҡтарын ғына эҙләйһең икән, ул инде ғаилә түгел.
Ҡатыным киң күңелле, асыҡ, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, ул бит Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Уның ата-әсәһе районда хөрмәтле кешеләр ине. Усман Минәхмәт улы менән Ғәлиә Бәҙғетдин ҡыҙы Ибәтуллиндар кешелеклелекте, эшһөйәрлекте һәр саҡ алға ҡуйҙылар.
Рауил Рәмил улы оҙаҡ йылдар Суйынсы урта мәктәбендә директор (1917-1955 йылдар) булып эшләгән олатаһы ҡулында тәрбиәләнә.
- Олатайым Хәниф Ғабдрахман бик етди, принципиаль кеше ине, - тип иҫкә ала бөгөн ейәне, - һәр нәмәлә тәртип яратты. Уның был һыҙаты миңә лә күскән, тәртип минең өсөн тәүге урында тора.
Шуны әйтеп китеү урынлы булыр, Яңы Йәнбәк ауылында яңы мәктәп төҙөлөп бөткәс, мәктәп яны участкаһын тәртипкә һалырға кәрәк була.
Мәктәптең ул саҡтағы директоры Ю.Н. Шафиҡов был эште биология уҡытыусыһына тапшыра. Был изге эштә мәктәп уҡыусылары ҙур ярҙам күрһәтә. Бөгөн мәктәп яны участкаһы ауылдың иң күркәм урындарының береһе. Бында, әлбиттә, Р.Р. Гәрәевтың да өлөшө ҙур.
Ирле-ҡатынлы үҙҙәренең педагогик эшмәкәрлеген Суйынсы мәктәбендә башлай. Юғары белемле инглиз теле уҡытыусыһы йүнәлтмә буйынса тап ошонда эшкә ебәрелә. Рауил Рәмил улы иһә ошо уҡ мәктәптә физкультура, тарих фәндәренән белем бирә. Йәштәр бер-береһен оҡшата һәм ғаилә ҡороп ебәрә. 1980 йылда Яңы Йәнбәк мәктәбенә күсәләр.
- Беҙ Яңы Йәнбәк ауылында 30 йыл йәшәнек. Ауыл халҡы тәүге көндәрҙән үк беҙҙе яҡын күрҙе. Бында йәшәлгән йылдар сағыу тәьҫораттар ҡалдырған. Бында йәшәүе лә, эшләүе лә оҡшаны. Беренсенән, халыҡ бик ябай, киң күңелле, хәлеңә инә беләләр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың күбеһе баҡыйлыҡҡа күскән.
Икенсенән, күп милләтле балалар уҡыған мәктәптә эшләү бик үҙенсәлекле ине. Бында башҡорт, сыуаш, татар, башҡа милләт балалары уҡый, ундай мәктәп районда берәү булды.
Ошо йылдар эсендә ситтән тороп Бөрө педагогия институтының биология факультетын тамамланым 2010 йылда Дәүләкән ҡалаһына йәшәргә күстек. Бергә эшләгән коллегалар һағындыра, әлбиттә, Яңы Йәнбәк ауылы ла беҙҙең икенсе кесе ватаныбыҙ, - ти минең әңгәмәсем.
Гәрәевтар ике бала үҫтергән. Ҡыҙҙары Лилиә Абзалова ире Альберт менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Ул – педиатр, Санкт-Петербург ҡалаһында ғүмер итәләр. Улдары Линар бөгөн фермерлыҡ эше менән мәшғүл. Икеһе лә урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған. Яҡшы уҡығаны өсөн Лилиә Гәрәева «Артек» пионер лагерына юллама менән бүләкләнә.
Бәхетле һәм татыу пар бөгөн төп нигеҙҙең йәмен һаҡлап ғүмер итә. Химия һәм инглиз теле буйынса репетиторлыҡ менән шөғөлләнәләр, баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар.
- Минең тәүге сығарылыш класым 1986 йылда булды. Быйыл уларға 50 йәш. Ысынлап та, ғүмер тиҙ үтә, ваҡыт көтмәй икән, тимәк, маҡсатыбыҙға өлгәшкәнбеҙ. Әгәр уҡыусыларыбыҙ күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра алғанбыҙ икән, шунан артығы кәрәкмәй ҙә, - тип тамамланы һүҙен Рауил Рәмил улы.
Читайте нас: