1 июнь-Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы Дәүләкән нефть машиналары заводы территорияһында байрамы үтте. Аниматорҙар - билдәле Фиксиктар, Кеше-үрмәксе, Пеппа кеүек яратҡан йәнһүрәт геройҙары менән берлектә улар йомаҡтар систе, етеҙлектәрен тиҙлектәрен күрһәтеп, кемуҙарҙан ярышты, күңелле музыка аҫтында күңел асты. Майҙанды биҙәкләгән-төрлө төҫтәге шарҙар сағыу атмосфера булдырҙы.
Көн болотлап, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, байрам артабан дауам итте. Тиҙҙән болоттар артынан ҡояш балҡып, йылытып ебәрҙе. Эстафета һәм конкурстар бер-бер артлы дауам итте, бәләкәстәр түңәрәктә әйләнде, яңы дуҫтар тапты, фотоға төштө. Яндарында яҡындары булғанға үҙен тыныс һәм ышаныслы тойҙо.
Завод директоры Фәнүр Ғиҙулла улы Зөбәйеров коллективты, балаларҙы байрам һәм каникулдың беренсе көнө менән ҡотланы, был осрашыу киләсәктә матур йолаға әйләнеп китер тип билдәләне. Предприятиела йәш ата-әсәләр күп эшләй, оло быуын кешеләренең ейәндәре бар. Балалар яҡындарының эш урындарын белеп үҫергә тейеш. Ә өлкәндәр уларға бәхетле бала саҡ бүләк итергә бурыслы.
Сараның инициаторы булып-“Нефтемаш ” акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы йөҙөндә Константин Владимирович Андреев сығыш яһаны. Байрамда йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты, уларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.