+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2019, 17:10

Етештереү арта

Ҡалабыҙҙағы иң төп етештереүсе предприятиеларының береһенән һаналған, бер нисә йыл элек ҡаланың сәнәғәт картаһынан юғалған 1-се кирбес заводы яңы һулыш алды.

Ҡалабыҙҙағы иң төп етештереүсе предприятиеларының береһенән һаналған, бер нисә йыл элек ҡаланың сәнәғәт картаһынан юғалған 1-се кирбес заводы яңы һулыш алды. Быйыл апрель айында, реконструкция һәм модернизациянан һуң, заводтың етештереү линияһы тәүге продукция – 150-175 маркалы кирбес бирҙе.
Үҙгәртеп ҡорғандан һуң Дәүләкән кирбес заводы яуаплылығы сикләнгән “ПромИнвестСтрой” йәмғиәте булып китте һәм Башҡортостан Республикаһында керамик кирбес етештереү буйынса иң эреләрҙән һаналған “КирпичХолдинг” компаниялар төркөмөнә инде. Уның продукцияһы Татарстан Республикаһына, Һамар, Ырымбур өлкәләренә оҙатыла.
Ябылған предприятиены тергеҙеү ике йылдан ашыу дауам итте: кирбесте пластик формаға һалыу линияһы яйға һалынды, ҡыйыҡ һәм производство биналары капиталь ремонтланды, яңы ҡорамалдар ҡайтартылды, ә элеккеләре ремонтланды.
Заводты тергеҙеүгә 80 миллион һумдан ашыу аҡса һалынды.
15 мең кв.метрҙан ашыу майҙанда формаға һалыу, балсыҡ әҙерләү, киптереү, үртәү бүлексәләре урынлашҡан.
Завод яйлап етештерелгән продукция күләмен дә арттыра. Мәҫәлән, эшләй башлаған көндәрҙә тәүлегенә 15 мең дана кирбес етештерелһә, бөгөн был күрһәткес - 40-45 мең дана, ә йыл аҙағына тиклем уны 80-85 мең данаға еткерергә ниәтләйҙәр.
- Бөгөн заводта 40-тан ашыу эш урыны булдырылған, - ти предприятиеның генераль директоры Альберт Мәғҙән улы Фәррәхов, - яйлап арттырасаҡбыҙ. Беҙгә тәжрибәле белгестәр талап ителә, шулай уҡ яңы килгәндәрҙе лә эшкә өйрәтәсәкбеҙ.
- Әйтергә кәрәк, заводты тергеҙгәндә оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләгән ветерандар ярҙам итте. Уларҙың береһе – Илдар Закуан улы Яҡупов. Кирбес етештереү эшенә кире килгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтәһе килә.
- Хәҙер беҙҙең дөйөм бурыс – предприятиеның элекке данын ҡайтарыу, талап ителгән продукция етештереүҙе яйға һалыу. Маркетинг хеҙмәте белгестәре менән заказдар ҡабул ителгән, беҙҙең кирбесте республиканың, башҡа төбәктәрҙең төҙөлөш ойошмалары көтә.
Үҙенең параметрҙары буйынса Дәүләкән кирбесе ГОСТың бөтә талаптарына яуап бирә. Форма өсөн сифатлы сеймал Дәүләкән районы территорияһында урынлашҡан балсыҡ карьерынан килтерелә. Артабан әҙерләнгән ҡушылма технологик процесс үтә һәм формаға һалына, лаборатоияла тикшереү үткәрелгәндән һуң вагонеткаларҙа киптереү цехына оҙатыла. Унда инде кәрәкле кондицияға еткерелә.
Киптерелгән кирбес, 2,5 сәғәт ваҡыт арауығы менән, йөҙ метрға һуҙылған үртәү цехына ебәрелә. Юғары температурала кирбес тейешле сифаттағы әҙер продукцияға әйләнә.
Киләһе этап – пакетлау һәм өйөү. Унан инде кирбес заказсыға ебәрелә. Технологик сылбыр өҙлөкһөҙ әйләнә. Коллектив тулы көскә, яуаплылыҡ тойоп эшләй. Реконструкция, бөтә инфраструктураны тергеҙеү, модернизациялау тармаҡтарында башҡараһы эштәр күп әле. Дәүләкән кирбес заводы, элекке данын ҡайтарып, ҡаланың сәнәғәт картаһында лайыҡлы урын биләр тип ышынаһы килә.
Читайте нас: