+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2019, 17:13

Китапхана асылды: яңы адрес, яңыса эш алымдары

Дәүләкәндә үҙәк район китапханаһы элекке автовокзал бинаһының икенсе ҡатына күсте һәм китап һөйөүселәргә үҙенең ишектәрен асты

Дәүләкәндә үҙәк район китапханаһы элекке автовокзал бинаһының икенсе ҡатына күсте һәм китап һөйөүселәргә үҙенең ишектәрен асты
Йылы, ҡояшлы май көнөндә үҙәк китапхана асыуға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралар вәкилдәре, ҡунаҡтар һәм, әлбиттә, китап уҡырға яратыусылар йыйылды.
Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән Дәүләкән районы муниципаль район башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов мөрәжәғәт итте. Ул яңыртылған үҙәк китапхананың асылыуы-уртаҡ эш һөҙөмтәһе булыуын билдәләне.
Киң, иркен бина заманса күренеш алған һәм оҙаҡ йылдар уҡыусылар әҙәбиәттәге яңылыҡтар менән таныштырасаҡ.
Ҡала халҡын әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотларға Әхмәтзәки Вәлиди исемдәге Милли китапхана вәкиле, методик һәм библиографик эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары А.М. Фәтхетдинова килгәйне. Алия Минзакир ҡыҙы район хакимиәтенең дөрөҫ һайлау яһауын белдерҙе һәм район китапхана яңы китаптар бүләк итте.
«Уралсиб» банкының Дәүләкәндәге бүлексәһе управляющийы Р.М. Заһитова район китапхана коллективына рәхмәт хаты, яңы китаптар тапшырҙы.
Китапхана асылыу шатлығын уртаҡлашырға иң ҡарт китап уҡыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны - блокадалы Ленинградта йәшәүсе Г.П. Беклемышева ла килгән. Ул китапханала ярҙамсыл, изгекүңелле кешеләр эшләүен билдәләне, килеүселәр уларҙы хөрмәт итә һәм уларға бик рәхмәтле.
-Бөгөн беҙҙең китапхана коллективы ошондай тантаналы сара айҡанлы бер аҙ тулҡынланыу ҙа кисерә, шул уҡ ваҡытта ҡыуана ла. Беҙ үҙебеҙ уҡыусыларыбыҙҙы китап күргәҙмәләре, яңы баҫмалар, ижади осрашыуҙар менән шатландырырға әҙербеҙ. Бөгөн бында ябай китапхана ғына түгел, район кимәлендә мәҙәни-мәғлүмәт үҙәк асабыҙ, - тине асылыу тантанаһы алдынан Дәүләкән ауыл-ара үҙәк китапхана директоры Татьяна Ивановна Питимироваю
Байрамдың тантаналы өлөшө етә. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәт башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана вәкиле А.М. Фәтхетдинова үҙәк китапхананың үҫешендәге яңы этапҡа башланғыс биреп, ал таҫманы киҫте.
Бөгөн китапхана 7000-дән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, китап фонды 54039 дана иҫәпләнә.
Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн ул абонемент, уҡыу залдарына, мәғлүмәти, тыуған яҡты өйрәнеү, бүлектәренә бүленгән.
Китапхана коллективы йыйылыусылар өсөн яңы бина буйлап экскурсия ойошторҙо, әҙәбиәт, китап уҡыусыларға булдырылған мөмкинлектәр менән таныштырҙы.
Читайте нас: