+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2019, 17:24

Йәйҙең беренсе көнөндә балалар байрамы

1 июнь-оҙаҡ көтөп алған йәйҙең беренсе көнө. Был йәйге каникулдар һәм отпускылар башланыуын белдерә, һәм шуның өсөн тап ошо көндө балалар үҙҙәренең төп байрамын-Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнөн билдәләне.

1 июнь-оҙаҡ көтөп алған йәйҙең беренсе көнө. Был йәйге каникулдар һәм отпускылар башланыуын белдерә, һәм шуның өсөн тап ошо көндө балалар үҙҙәренең төп байрамын-Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнөн билдәләне.
Иртән иртүк үҙәк майҙанға балаларҙы саҡырып йырҙар яңғыраны. Байрамға көндөҙгө ял лагерҙарына йөрөүселәр, балалар йыйылды.
Уҡыу йылы артта ҡалды, хәҙер инде рәхәтләнеп ял итергә мөмкин. Байрамды мөғжизәле фея асып ебәрҙе. Мэри Поппинс ихласлығы менән балаларҙы хайран ҡалдырҙы, барыһында уйындарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.Тәүге минуттарҙан уҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар майҙан буйлап таралды, һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл тапты. Улар асфальтта һүрәт төшөрҙө, ҡыҙыҡлы-уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашты, популяр йырҙарҙы башҡарҙы һәм дәртле бейеүҙәр бейене.
Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнө беҙҙең ҡалала Балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре көсө менән үткәрелә. Балалар ижады йорто коллективы быйыл да ҡала майҙанында байрам күңелле, үҙенсәлекле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн кескәй мөғжизә тыуҙырҙы. Байрам аҙағында ойоштороусылар татлы бүләктәр таратты, көтөп алған йәйге каникул осоронда байрам бик матур үтте.
Читайте нас: