+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июнь 2019, 17:03

Тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәйҙәр

Мария Михайловна Пташко1929 йылда Ивановка ауылында тыуған. Крәҫтиән ғаиләһе бик ярлы йәшәй, ике йыл рәттән баҫыуҙарҙағы ашлыҡ ҡоролоҡтан һәләк була.

Мария Михайловна Пташко1929 йылда Ивановка ауылында тыуған. Крәҫтиән ғаиләһе бик ярлы йәшәй, ике йыл рәттән баҫыуҙарҙағы ашлыҡ ҡоролоҡтан һәләк була. Ғаилә, иҫән ҡалыр өсөн, бөтә көстәрен һала. Мария Михайловнаға тырышлыҡ әсә һөтө менән бирелгәндер, моғайын. Тиҙҙән һуғыш башлана. Шуға дүртенсе класты тамамлаған ҡыҙға тимер юлына эшкә төшөргә тура килә, тәүҙә сигналсы, һуңынан стрелочник була. 13 йәшенән казармала йәшәй. Һуғыш йылдарында алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Ул ваҡытта «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!»-тигән девиз берҙәмлеккә өндәй.
Һуғыштан һуң, илленсе йылдар уртаһында, үҙенең яртыһын осрата. Тимер юлы станцияһы коллективында, үҙе кеүек үк, стрелочник Михаил Исакович Пташко тигән егет эшләгән була. Ул да ун бер йәшенән үк колхозда эшләй башлай. 1945 йылда, ун биш йәшендә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Тимер юл ғәскәрендә хеҙмәт итә. Йәштәрҙе уртаҡ яҙмыш берләштерә. Өй һалалар. Шунан бирле 65 йыл бергә тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәйҙәр. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Бөгөн олатай менән өләсәй биш ейәндәренең, һигеҙ бүләләренең, бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына ҡыуаналар.
1963 йылда М.М. Пташко Дәүләкән ҡалаһының үҙәк дауаханаһына эшкә күсә.1985 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы бала тыуҙырыу бүлексәһендә санитарка булып эшләй. Ярты ғүмерен ул колхозға, тимер юлына һәм медицинаға бағышлай. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны-тыл хеҙмәтсәне Бөйөк Ватан һуғышының юбилей миҙалдар иленән наградланған. Уның исеме Дәүләкән үҙәк дауаханаһының Почет таҡтаһына индерелгән.
9 июндә Мария Михайловна Пташко күркәм юбилейын - 90 йәшен билдәләне. Юбилей табынына балалары һәм туғандары йыйылды. Яратҡан әсәй, өләсәй исеменә ҡотлау һүҙҙәре еткерҙеләр, ул бөгөнгө көнгә тиклем оло ғаиләһе өсөн йән ата.
Читайте нас: