+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июнь 2019, 16:54

Йәш хәбәрселәр – киң мәғлүмәт сараларының киләсәге

Район гәзите үҙ уҡыусыларынан хаттар ала, улар менән даими аралашып тора, йәш быуынды ижади эшкә йәлеп итә.

Район гәзите үҙ уҡыусыларынан хаттар ала, улар менән даими аралашып тора, йәш быуынды ижади эшкә йәлеп итә. Уҡыусылар менән ижади хеҙмәттәшлеккә сираттағы аҙымдың береһе - «Дәүләкәндә яҙ» фотоконкурсы булды, уға йомғаҡ үткән аҙнала яһалды.
Конкурста ҡатнашыусыларға гәзиткә Дәүләкән районының тәбиғәте сағылдырылған фотоһүрәттәр ебәрергә тәҡдим ителде. Эштәр гәзит сайтында баһаланды. 3-сө башҡорт-гимназия интернатының 11-се класс уҡыусылары Эвелина Йомағолова һәм Элина Турышеваға беренсе һәм икенсе урындар бирелде. Эвелина түңәрәк кеҫә көҙгөһөндә Дим йылғаһының халыҡ телендә Шум тип аталған урыны сағылышын күрһәткән. Уның эше 400 тауыш йыйҙы. Элина Ярыштау битләүенән бер төркөм үҫмерҙәр һоҡланып ҡараған иҫ киткес матур фото ебәргән. Уның эше 320 тауыш йыйҙы. Өсөнсө урынды Суйынсы ауылынан туғыҙынсы класс уҡыусыһы Евгений Куликов алды. Уның эше өсөн 80 кеше тауыш бирҙе. Ул Хотимля ауылы эргәһендәге быуа ярында ҙур ағас үҫкән һыу өҫтөн төшөргән, ә артҡы планда - урман һыҙаты.
Фотоһүрәттәр балаларҙың композицияны уйлап, тыуған еребеҙҙең матурлығын ғына түгел, ә кесе ватаныбыҙға булған һөйөүҙәрен дә тапшыра алыуҙарын иҫбатлай. Шуға күрә тауыш биреүселәрҙең фекере редакция коллегияһы фекере менән тулыһынса тап килде.
Мәктәпте тамамлағас журналистика факультетына уҡырға барырға йыйынған Элина Турышева үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып:
- Шундай мәлдәрҙе фотола сағылдырыу бик тә ҡыҙыҡлы. Мин бик шат. Һуңғы уҡыу йылында район гәзитенә ҙур булмаған мәҡәләләр яҙып үҙемде һынап ҡараным. Шуға күрә гәзит менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлашты. Минең эшем өсөн тауыштарын йәлләмәгән һәм киләсәктә һөнәр һайлауымдың дөрөҫлөгөнә тағы ла нығыраҡ ышанырға мөмкинлек биргән һәр кемгә рәхмәт белдерәм, - тине.
Район гәзите коллективы бөгөнгө уҡыусылар араһында беҙҙең эште дауам итеүселәр күп тип иҫәпләй.
Читайте нас: