+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2019, 11:33

Яҡтылыҡҡа саҡырған байрам

Мәкәш ауыл Советы ауыл биләмәһендә барлығы ете нәҫел вәкиле йәшәй-Таймаҫ, Араҡай, Иҫәргән, Әбделмән, Урман, Сыуаш, Типтәр.

Мәкәш ауыл Советы ауыл биләмәһендә барлығы ете нәҫел вәкиле йәшәй - Таймаҫ, Араҡай, Иҫәргән, Әбделмән, Урман, Сыуаш, Типтәр. Дүрт быуаттан ашыу улар берҙәм ғаилә булып татыу, матур итеп донъя көтә. Быуын сылбырҙарын барлап, үҙ шәжәрәләрен өйрәнеп, киләсәк быуындарға һаҡлап, ата-бабаларының тамырҙарын онотмай. Күптән түгел баш ҡалала йәшәүсе яҡташыбыҙ, ауылдашыбыҙ Азамат Рамаҙан улы Вәлиуллин тыуған ауылы Мәкәшкә ҡайтып, Урман нәҫеленең шәжәрәһе менән таныштырып, ауылдаштарын урап сығып, күстәнәс-бүләктәр таратып, Мәкәш ауылы мәсетендә ифтар мәжлесе уҙғарҙы. 31 майҙа ауыл мәсетендә етмешкә яҡын кеше йыйылды. Азамат Рамаҙан улының ата-бабалары, атай-әсәйҙәре, туғандары рухына, Урман нәҫеленең барлыҡ мәрхүм-мәрхүмәләренә арнап Ҡөрьән-Кәримдән аят-сүрәләр уҡылды, доғалар ҡылынды. Ифтар мәжлесен Мәкәш ауылы мәсете имамы Мирғәле Абрар улы Фазлыев алып барҙы. Азамат Рамаҙан улы исеменән әҙерләнгән мул табында хәҙистәр уҡылып, изге Рамаҙан айын ололап, тәсбих әйтелде.
1 июнь көндө матур итеп Ахун ауылы мәсетендә лә уҙғарҙы. Унда ла етмешләп кеше килде. Мәжлесте Зәкәриә Тәүлийәров алып барҙы. Мәжлестәрҙән бар халыҡ рух күтәренкелеге менән оло рәхмәттәр әйтеп таралды. Яҡташтарына киң күңеллелек, оло ихтирам, мәрхәмәтлелек күрһәткән Азамат Рамаҙан улының сауаплы ғәмәлдәре яҡташтарына өлгө. Ураҙа Ғәйете лә мәсеттәрҙә әүҙем үтте. Ҡотлау һүҙе менән Мәкәш ауылы мәсете имамы Мирғәле Абрар улы, ауыл хакимиәте башлығы Миҙхәт Ғөбәйҙулла улы, хажиә Клара Мөхәмәҙиә ҡыҙы сығыш яһаны. Мәкәш ауылы халҡы борон-борондан дин тотҡан, әҙәпле, уҡымышлы, бай рухлы, алдынғы ҡарашлы халыҡ булған, матур итеп донъя көткән. Үҙҙәренең эшсәнлеге, киң күңеллелеге, ҡунаҡсыллығы, ярҙамсыллығы менән айырылып торған. Сығыш яһаусылар татыулыҡҡа, берҙәмлеккә өндәне. Килеүселәр мул итеп әҙерләнгән байрам табынына саҡырылды. Матур үтте Ураҙа Ғәйете. Киләһе Ураҙаларға ҡәҙәр имен-аман булайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр!
Читайте нас: