-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2019, 16:56

Һабантуй – хеҙмәт байрамы

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, дәүләкәндәр халыҡ байрамы – һабантуйға сыҡты

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, дәүләкәндәр халыҡ байрамы – һабантуйға сыҡты
Һабантуй, ғәҙәттәгесә, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башланды. Районда йәшәүселәр менән байрам тантанаһын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары М.Ю. Киреев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Р.Ю. Бабич, А.Р. Гәрәева, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы В.В. Белов, шулай уҡ хөрмәтле яҡташтар В.В. Аброщенко һәм В.С. Резяпов килде. Уларҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, балалар ижады конкурстары һәм фестивалдәре еңеүселәре сәләмләне, Дәүләкән ерендә йәшәүсе күп милләтле халыҡтарҙың сығыштарын тәҡдим итте.
Үҙҙәренең уңыштары менән районыбыҙ данын республикала ғына түгел, унан ситтә лә танытҡан хеҙмәт коллективтары – ауыл хужалығы һәм агросәнәғәт производствоһы алдынғылары, үҙешмәкәр коллективтар, уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре парады сағыу минуттарҙың береһе булды. Уларҙы йыйылыусылар алҡыштар менән ҡаршыланы. Тынлы оркестр тауышы аҫтында һабантуй байрағы күтәрелде һәм ут тоҡандырылды. Быйыл был мәртәбәле хоҡуҡ самбо буйынса спорт мастерына кандидат, уҡыусылар һәм кадеттар араһында самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, билбаулы көрәш буйынса Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, дзюдо буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге еңеүсеһе Данир Шәмсетдиновҡа бирелде.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов тәбрикләне. Ул ауыл хеҙмәтсәндәрен яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуы менән ҡотланы, сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта башҡарған һәм иң яҡшылар иҫәбенә ингән хужалыҡтарҙы әйтеп үтте. Быйылғы һабантуйҙың Театр йылында үтеүе символик, сөнки һабантуй үҙе ысын мәғәнәһендә халыҡ театры һымаҡ. Район хакимиәте башлығы үҙенең сығышын сәләмәтлек, именлек, тыныслыҡ, изгелек теләгән һүҙҙәр менән тамамланы.
Башҡортостан Республикаһы етәкселеге исеменән дәүләкәндәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары М.Ю. Киреев ҡотланы. Ул һабантуйҙың дөйөм байрам булыуын әйтте, шуға уны ауыл хеҙмәтсәндәре генә түгел, халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарында эшләүселәр билдәләй. Дәүләкәндәргә мул уңыш алыуҙарын, шулай уҡ сәнәғәт өлкәһендә, башҡа тармаҡтарҙа һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләне.
Тантаналы өлөш хеҙмәт коллективтарын, производство алдынғыларын һәм “Иң яҡшы ауыл” конкурсында еңеүсе тп танылған биләмәне наградлау менән тамамланды.
Читайте нас: