Йәй – балаларҙың яратҡан миҙгеле. Уны барыһы ла көтөп ала, сөнки иң оҙайлы каникулдар ҙа тап ошо миҙгелдә бит. Йәйге ял сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итә.
Ҡала яны һауыҡтырыу лагерына барыу – ғәҙәти ялдың бер төрө. Асылыкүл буйында урынлашҡан “Тәбиғәт дуҫы” лагеры ошо көндәрҙә үҙ ишектәрен асты.
Үткән кесаҙна үҙәк майҙанда балаларҙы лагерға оҙаттылар. 140 малай һәм ҡыҙ беренсе сменала һаулыҡтарын нығытасаҡ. Быйыл лагерҙа юғары квалификациялы һәм тәжрибәле педагогтар эшләй, балаларҙың ялы мауыҡтырғыс һәм файҙалы үтһен өсөн улар бар тырышлығын һаласаҡ.