-11 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
17 Июня 2019, 16:52

Елдәй елеп аттар килә...

Күптәнге йола буйынса, ат сабыштырыу һабантуйҙың иң матур, тулҡынландырғыс һәм шул уҡ ваҡытта көсөргәнешле мәле. Был күркәм йола элек-электән килә. Ат өҫтөндә елдәй елгән һыбайлыларҙан мәргәнлек, таһыллыҡ, көс, ныҡышмалылыҡ талап ителә.

Күптәнге йола буйынса, ат сабыштырыу һабантуйҙың иң матур, тулҡынландырғыс һәм шул уҡ ваҡытта көсөргәнешле мәле. Был күркәм йола элек-электән килә. Ат өҫтөндә елдәй елгән һыбайлыларҙан мәргәнлек, таһыллыҡ, көс, ныҡышмалылыҡ талап ителә.
Был төр ярыштың ҡағиҙәләре һәм үҙенсәлектәре бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған, ул артабан да дауам итәсәк. Заманса шарттарҙа ла атта ярышыу күп милләтле тамашасыларҙы бергә йыя.
Быйылғы һабантуйҙа башҡорт тоҡомло 14 ат стартҡа баҫты. Һыбайлыларҙың барыһы ла район һабантуйҙарынла күп тапҡыр ҡатнашҡан һәм призер булған егеттәр. Улар араһында иң тәжрибәлеләре - Ф.Ә. Сәйетгәрәев, В.Б. Рихтер, И.А. Фазлыев, С.Б. Рихтер, С.Ә. Ниғмәтуллина крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, яуаплылыҡтары сикләнгән “Толпар”, “Агротехнологиялар”, “Восход” йәмғиәттәре вәкилдәре. Дистанцияла тап улар араһында көсөргәнешле ярыш барҙы.
Яуаплылығы сикләнгән “Толпар” йәмғиәте (А.Т. Килмөхәмәтов) башҡорт тоҡомло аттар сабышында ҡатнашыуға ҙур әһәмиәт бирә. Быйылғы һабантуйҙың төп призын тап улар яулауы ғәжәп түгел.
Бригадирҙар конкурсында С.Б. Рихтер хужалығынан А.С. Еникеев “Кузя” ҡушаматлы туғыҙ йәшлек атта алдан килде.
Ярышты ойоштороусылар финалға еткән, ат сабышында ҡатнашҡан бөтә һыбайлыларға ла бүләктәр таратты.
Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Р.Ғ. Әхмәтйәнов етәкселегендәге судьялар бригадаһы (П.В. Толмачев, А.А. Дремин) ярыш барышын теүәл күҙәтеүҙә тотто.
Читайте нас в