+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2019, 16:44

Йәй: балалар һәм юл

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, уҡыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймау маҡсатында йәйге ял алдынан һәм каникул осоронда 20 майҙан 7 июнгә тиклем республикала киң күләмле «Иғтибар, балалар!» сараһы үткәрелде.

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, уҡыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймау маҡсатында йәйге ял алдынан һәм каникул осоронда 20 майҙан 7 июнгә тиклем республикала киң күләмле «Иғтибар, балалар!» сараһы үткәрелде. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларының күпселек өлөшө каникулдар осорона тура килә. Бының төп сәбәбе булып каникул осоронда балаларҙың шөғөлө, өлкәндәр яғынан контроль, юл хәрәкәтендә йәш ҡатнашыусыларҙың машиналар йөрөгән юлда үҙеңде хәүефһеҙ тотоу күнекмәләре булмауы тора. Дәүләкән районы Дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләрҙе артабан да иғтибарлы булырға саҡыра.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеген көн һайын балаларығыҙҙың иҫенә төшөрөп тороғоҙ. Бала һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында булһын өсөн уларҙың ялын дөрөҫ планлаштырығыҙ.
Көндәр йылыныу менән урамдарҙа велосипедттарҙа, мопедтарҙа йөрөүселәр һаны арта. Ата-әсәләр балаға 14 йәш тулғандан һуң ғына үҙ аллы юлға сығырға рөхсәт ителеүе, хәрәкәт иткәндә наушниктарҙа музыка тыңларға, бигерәк тә телефондан һөйләшергә ярамағанлығы тураһында иҫкәртергә, велосипедтарының төҙөклөгөн тикшереп торорға тейеш.
Йәйге ваҡытта ҡала ситендәге автомобиль юлдарында ла юл-транспорт ваҡиғалары артыуына иғтибарығыҙҙы йүнәлтәбеҙ.
Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса ЮХХДИ бүлеге 12 йәшкә тиклемге баланы йөрөткәндә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә һәм автокресло ҡулланырға кәрәклеген иҫегеҙгә төшөрә. «7 йәштән 12 йәшкә тиклемге баланы йөрөткәндә автотранспорт сараһы баланың ауырлығына, буйына тап килгән махсус яйланмалар ҡулланып хәүефһеҙлек ҡайыштары йә иһә транспорт сараһы конструкцияһында ҡаралған хәүефһеҙлек ҡайышы менән йыһазландырылған булырға тейеш».
Автомобилдәрҙең хәүефһеҙлек системалары пассажир балаларҙы һаҡлауға иҫәпләнмәгән. Шуға балаларҙы ултыртҡанда автокреслоны мотлаҡ ҡулланырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта баланы үҙегеҙ менән бергә бер ҡайышҡа эләктереү хәүефле. Ҡайыш пассажирҙың тәғәйен буйына һәм ауырлығына иҫәпләнгән. Баланы автомобилдә йөрөтөүҙең иң хәүефһеҙ ысулы – уның буйына һәм ауырлығына тап килгән автокресло ҡулланыу.
Дөрөҫ урынлаштырылған автокресло (автомобилдең артҡы ултырғысында уң яҡта) баланы бәрелешкәндә йә иһә башҡа киҫкен маневр яһағанда бәрелеүҙән һаҡлаясаҡ. Тимәк, ҡурҡыныс осраҡта баланың етди имгәнеүҙәре булмаҫҡа мөмкин.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлап ҡалуыға вайымһыҙ булмағыҙ. Уларҙы мәктәпкә оҙатҡанда, уйнарға сығарғанда юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Бала автомобилдең юғары тиҙлектә килеүен һәм йәйәүлене тапатмаҫ өсөн уны ҡапыл ғына туҡтатып булмағанлығын белһен.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сит бала булмай! Балаларҙың хәүефһеҙлеге – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ.
Читайте нас: