+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июнь 2019, 19:18

Автомобилистарға бүләктәр

“Асылыкүл”-“Балҡантау” район гәзиттәренә 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына подписка кампанияһы сиктәрендә 19 июндә “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто филиалы – Дәүләкән мәғлүмәт үҙәгендә “Бәхетле автомобиль” конкурсы үткәрелде.

“Асылыкүл”-“Балҡантау” район гәзиттәренә 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына подписка кампанияһы сиктәрендә 19 июндә “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто филиалы – Дәүләкән мәғлүмәт үҙәгендә “Бәхетле автомобиль” конкурсы үткәрелде.
Был сарала ҡатнашыу өсөн үҙәк майҙандағы фонтан эргәһенә район гәзитенә яҙылған һәм конкурс логтибы төшөрөлгән наклейка алған тиҫтәнән ашыу автоһәүәҫкәр йыйылды.
Һандарҙы осраҡлы һайлау юлы менән алты еңеүсенең исеме асыҡланды. Һәр кешегә һандар таратып бирелде. Лототронда ла шундай уҡ һандар ине. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм фекере менән был һандарҙы Гөлнара Сәләхова тартып сығарҙы.
В.И. Толмачев, А.И. Кухарчук, А.Г. Ильин, М.М. Төхвәтуллина, Л.В. Иванов, шулай уҡ Гөлнара Нәғим ҡыҙы үҙе автомобиль өсөн кәрәкле әйберҙәр отто. Автомобиль компрессорҙары А. Ильин, Л. Иванов, А. Кухарчукка сыҡты. Улар барыһы лы район гәзитен даими уҡыусылар. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, тоғро дуҫтарыбыҙ ҡала һәм район тормошо тураһында белеп тора, дәүләкәндәрҙең хеҙмәт ҡаҙаныштарына ҡыуана. Еңеүселәрҙе беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ!
Район гәзитен уҡыусылар өсөн сюрприз бының менән генә тамамланмай әле. Әгәр һеҙ подписка квитанцияһы күсермәһен редакцияның реклама бүлегенә килтерһәгеҙ, төп бүләк - мультиварка уйнатыуҙа ҡатнаша алаһығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бүләктәрҙе “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы бирә.
“Асылыкүл”-“Балҡантау” гәзитенә яҙылығыҙ һәм конкурстарҙа ҡатнашығыҙ!
Читайте нас: