+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2019, 17:00

“Евразия йөрәге”

Рәсәй көнөндә һәм Ҡала көнөндә Өфөлә “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды һәм ул өс көн дауам итте. Был фестиваль 2016 йылдан бирле үткәрелә.

Рәсәй көнөндә һәм Ҡала көнөндә Өфөлә “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды һәм ул өс көн дауам итте. Был фестиваль 2016 йылдан бирле үткәрелә.
Уның сиктәрендә милли костюмдар парадын ойоштороу матур йолаға әүерелде. Сараға республикала йәшәүсе бөтә милләттәр вәкилдәре йәлеп ителде. Ошондай сағыу һәм күркәм тамашала Дәүләкән районынан “Ларец” өлгөлө фольклор ансамбле ҡатнашты. Ансамблдә шөғөлләнеүселәр костюмдар парадында ҡатнашып, сәнғәт фестиваленә старт бирҙе. Быйыл теркәлгән ҡатнашыусылар һаны 2700-ҙән ашып китте.
Костюмдар парады Башҡорт дәүләт академия театры бинаһынан башлап Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге Конгресс-холға тиклем һуҙылды. Парад барышында ҡатнашыусыларға башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, украин, удмурт, һинд, вьетнам, ҡытай һәм шулай уҡ “Берҙәмлек”-“Содружество” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашҡан илдәр вәкилдәренең костюмдарын кейгән ҡала халҡы ла ҡушылды.
Дуҫлыҡ түңәрәге һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Надежда Бабкина ҡатнашлығында “Рәсәй йырҙары” фестивале сараның төп өлөшө булды.
“Ларец” ансамблендә шөғөлләнеүселәр танылған йырсының сығышын яҡындан күреү бәхетенә иреште, фольклор ансамблдәр сығыштарын ҡараны, халыҡ-ара фестивалдең бер өлөшөндә ҡатнашып, сәнғәт донъяһына яҡынайҙы.
Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылған артистар ҡатнашлығындағы концертта “Берҡаҙан” ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны.
Читайте нас: