+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2019, 16:35

Халыҡ ижадының сағыу мозаикаһы

Йола буйынса, һабантуйҙың байрамы программаһын художестволы үҙешмәкәр коллективтар башлай.

Йола буйынса, һабантуйҙың байрамы программаһын художестволы үҙешмәкәр коллективтар башлай. Быйыл да сәхнәлә тамашасыларҙың күҙ яуын алып йәш «йондоҙсоҡтар», Балалар ижады йорто һәм Дәүләкән Балалар сәнғәте мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны.
Матур костюмдар, сағыу тауыштар, үҙенсәлекле музыка һәм бейеү номерҙары киң майҙанда байрам кәйефен күтәрҙе. Йыл һайын Балалар ижады йортонан «Сюрприз», «Феникс», «Бемольки», Балалар сәнғәт мәктәбенән «Ивален», «Ассоль», «Башҡортостан сәскәләре», «Ларец» һәм башҡа ансамблдәрҙең оҫталығы артыуы ҡыуандыра, уларға тәжрибәле, таланты педагогтар етәкселек итә. Уртаҡ тырышлыҡ менән үҙенсәлекле концерт программаһы айырылып тора.
Лицей-интернаттың «Дим ҡарлуғастары» бейеү ансамбле, «Ҡобайыр» хореография композицияһы сығыштарын тамашысылар алҡыштар менән ҡаршы алды. Балалар ижады йортоноң барабансы ҡыҙҙары сығышы үҙенсәлекле программаның иң сағыуҙарының береһе булды. Балалар сәнғәте мәктәбенең «Ивален» һәм «Ларец» фольклор коллективтары ыңғай тәьҫораттар бүләк итә.
Байрамса биҙәлгән сәхнәлә үҙешмәкәр коллективтар, республика һәм район конкурстары һәм фестивалдәре еңеүселәре сығыш яһаны. Рус, башҡорт, сыуаш, украин телдәрендә яңғыраған йырҙар беҙҙә күп милләтле халыҡ йәшәгәнлеген тағы бер раҫланы.
Өлкәндәр артистар сығыштарын ҡарағанда, төрлө йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар балалар майҙансығында таралды, унда мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, Балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән бергә улар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы уйындар әҙерләгән. Спорт-эстафета ярыштарында, киң популярлыҡ яулаған тоҡ кейеп йүгереү, көршәк ватыу кеүек халыҡ уйындарында, һәм ҡулса ырғытыуҙа, гер күтәреүҙә, бейеү флешмобында ҡатнашырға, әкиәт һәм йәнһүрәт батырҙары менән түңәрәк әйләнергә, йырҙар йырларға мөмкин ине.
Шулай уҡ бында Балалар ижады йорто коллективы һәм тәрбиәләнеүселәренең үҙенсәлекле һәм сағыу ҡул эштәре тәҡдим ителде.
Балалар биттәрендә аква-грим һүрәте эшләтеү мөмкинселеге бар ине.
Был көндө балаларҙы тағы ла күп төрлө мауыҡтырғыс дәрестәр көтә ине, музыка яңғырай,төрлө уйындарҙа үҙеңде тикшерергә мөмкин, тирә - яҡта шат көлөү тауыштар ишетелде, байрам онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: