+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июнь 2019, 16:52

Иллеләп спортсы төп бүләк өсөн көрәште

Бөгөн көрәш һабантуйҙың төп өлөшөн биҙәй. Был ярыштар ғәҙәттәге ҡағиҙәләргә нигеҙләнеп үткәрелә.

Бөгөн көрәш һабантуйҙың төп өлөшөн биҙәй.
Был ярыштар ғәҙәттәге ҡағиҙәләргә нигеҙләнеп үткәрелә. Борон-борондан иң күп тамашасы йыйған, һәр кем үҙ көрәшсеһен дәртләндереп торған. Көрәш майҙаны һәр кемде үҙенә ылыҡытыра. Майҙанға сығыусыларҙың йәше сикләнмәгән, һәр кем ҡатнаша ала. Һәр ауырлыҡ категорияларында призлы урын өсөн көрәш алып барыла һәм еңеүселәрҙе наградалар көтә.
«Һабантуй 2019» Дәүләкән һәм Әлшәй райондарынан, Өфө һәм Учалы ҡалаларынан иллеләгән көрәшсене бергә йыйҙы. Алты ауырлыҡ категорияһында көсөргәнешле алыш барҙы.
Төп бүләк – тәкәләрҙе түбәндәге егеттәр алды: 35 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында-Данил Булатов (лицей-интернат); 40 килограмға тиклем-Алмаз Шәймәрҙәнов (3-сө башҡорт гимназия-интернаты); 50 килограмға тиклем-Дамир Шәмсетдинов (7-се мәктәп); 60 килограмға тиклем-Данир Шәмсетдинов (7-се мәктәп); 80 килограмға тиклем-Марс Тәүлийәров (Ҡаҙанғол ауылы) һәм 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Венер Йәғәфәров. Һөҙөмтәләр буйынса, Дәүләкән көрәшселәре яҡшы әҙерлек күрһәтеп, байрам ҡунаҡтарына беренселекте бирмәне.
Читайте нас: